Новости
16 Марта 2023, 09:32

Республикала «Ҡырым яҙы» фестивале ойошторола

18 мартта Башҡортостандың барлыҡ муниципалитеттарында байрам саралары ойошторола. Властар уларҙы асыҡ майҙансыҡтарҙа - майҙандарҙа, парктарҙа, скверҙарҙа, яр буйҙарында, ауыл хужалығы йәрминкәләрендә, шулай уҡ музей, мәҙәниәт һарайы, концерт залдары, күргәҙмә залдарында ойоштора. Тулы исемлек менән таныштырабыҙ.

Республикала «Ҡырым яҙы» фестивале ойошторолаРеспубликала «Ҡырым яҙы» фестивале ойошторола
Республикала «Ҡырым яҙы» фестивале ойошторола

13-17 мартта

Өфөлә республика Хәрби Дан музейы «Крым-1944» мәғариф лекциялары уҙғара.

14-17 мартта

 Өфөлә Башҡортостан Республикаһының Милли музейы мәктәп уҡыусылары өсөн «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында ҡырымды азат итеүсе яҡташтарыбыҙ» мәҙәни-мәғариф сараларын уҙғарасаҡ.

15 март

Нестеров исемендәге Башҡорт художество музейында Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры, БР Милли симфоник оркестры артистары ҡатнашлығында «Кырым яҙы» йыр һәм инструменталь музыка концерты үтте.

17 март

Өфөлә 8-се балалар музыка мәктәбе уҡытыусылары һәм уҡыусыларының фортепиано музыкаһы концерты киске сәғәт 5-тә Нестеров исемендәге Башҡорт художество музейында башлана.

17 март-17 апрель Республика Хәрби Дан музейында «Севастополь - рус даны ҡалаһы» электрон күргәҙмәһе ойоштороласаҡ.

 

18 март

 Республика халҡы «Крым» нәфис фильмын ҡарай ала (Рәсәй, 2017 йыл, сюжет реаль ваҡиғаларға ҡоролған).

Өфөлә М.В. Нестеров исемендәге Башҡорт художество музейында, музыкаль ҡунаҡханала, «Кырым яҙы» республика музей акцияһы уҙа.

Башҡортостан Республикаһының Милли музейы килеүселәр өсөн «Башҡортостанда тыуып үҫкәндәр: 1941 йылғы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Ҡырымды азат итеүҙә ҡатнашыусылар» күргәҙмәһен ойошторҙо.

Өфө «Нур» дәүләт театрында иртәнге сәғәт 10-да ҙур залдың фойеһында «Бахчисарайский фонтан» спектакленән фотосюжеттарҙың тематик күргәҙмәһе, көндөҙгө сәғәт 12-лә «Обретая свет в пути» театрлаштырылған тамашанан фотосюжеттар күргәҙмәһе асыла, көндөҙгө сәғәт 2-лә тамашасылар «Нур» театры артистары башҡарыуында Крым һәм Кавказ халыҡтары йырҙарының видеояҙмаларын ҡарай ала.

https://www.youtube.com/channel/UCMeRdtqGcURZcIAYpOjhvBQ

https://vk.com/nurteatr , https://ok.ru/profile/572484107628, https://t.me/teatrnur

19 март

Өфө «Нур» татар дәүләт театры ҡунаҡтарҙы «Ҡырым һәм Рәсәй - бер яҙмыш!» әҙәби-музыкаль ҡунаҡханаһына саҡыра. Сара киске сәғәт 6-ла башлана.

 

Сығанаҡ: https://resbash.ru/news/obshchestvo/2023-03-16/v-bashkirii-proydyot-festival-krymskaya-vesna-3179136

Автор:
Читайте нас