Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Ғинуар 2023, 10:00

Башҡортостанда махсус разведка өсөн пилотһыҙ осоу аппаратының прототибын уйлап тапҡандар

Башҡортостанда ғалимдар махсус разведка өсөн пилотһыҙ осоу аппаратының прототибын уйлап тапҡан. Һүҙ Өфө фән һәм технологиялар университетының алдынғы инженер мәктәбе асышы хаҡында бара.

Башҡортостанда махсус разведка өсөн пилотһыҙ осоу аппаратының прототибын уйлап тапҡандар
Башҡортостанда махсус разведка өсөн пилотһыҙ осоу аппаратының прототибын уйлап тапҡандар

Әлеге ваҡытта аппарат функциональ һынау үтә, шунан һуң һынап ҡарау өсөн  хәрбиҙәргә тапшырыла.

Һынау уңышлы үткән осраҡта республикала ошондай аппараттарҙы сериялы сығарыуҙы яйға һалыу күҙаллана.

Башҡортостан ғалимдары уйлап сығарған пилотһыҙ осоу аппаратының оҙонлоғо — 300 миллиметр, ауырлығы — 155 грамм. 1,5 саҡрым алыҫлыҡҡа осорға мөмкин, осоу ваҡыты — 15 минутҡа тиклем. Пилотһыҙ осоу аппараты яҡынса 25-120 мең һум тора.

 

 

Башинформ

Автор:Рәсимә Фәтҡуллина
Читайте нас: