Новости
24 Января 2023, 06:29

Рәсәйҙең оборона министры мобилизацияланғандарға социаль түләүҙәр тәртибен раҫланы

Рәсәйҙең оборона министры Сергей Шойгу мобилизацияланғандарға социаль түләүҙәр тәртибен раҫланы. Документ дүшәмбе, 23 ғинуарҙа, рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.

Рәсәйҙең оборона министры мобилизацияланғандарға социаль түләүҙәр тәртибен раҫланыРәсәйҙең оборона министры мобилизацияланғандарға социаль түләүҙәр тәртибен раҫланы
Рәсәйҙең оборона министры мобилизацияланғандарға социаль түләүҙәр тәртибен раҫланы

Бойороҡҡа ярашлы, мобилизацияланғандарға айлыҡ социаль түләүҙәр уларҙы хәрби вазифаға тәғәйенләгән көндән алып унан бушатылған көнгә тиклем башҡарылырға тейеш. Контракт төҙөгәндә был аҡса ул үҙ көсөнә ингәнгә тиклем иҫәпләнә. Тулы булмаған календарь ай өсөн пособие күләме ошо ай эсендә хеҙмәт иткән көндәрҙең һаны буйынса билдәләнә.

 

Башинформ

Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас