

«Хөрмәтле Мортаза Ғөбәйҙулла улының туғандары һәм яҡындары, хөрмәтле ватандаштар. Беҙ башҡорт халҡының бөйөк улы, Башҡортостандың беренсе президенты, күренекле дәүләт эшмәкәре Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовты һуңғы юлға оҙатабыҙ. Бөгөн бик ҡатмарлы, республикабыҙҙың һәм илебеҙҙең яҙмышы хәл ителгән дәүерҙең символы булған кеше менән бәхилләшәбеҙ. Мортаза Ғөбәйҙулла улы оло абруй ҡаҙанған лидер булды. Шул уҡ ваҡытта беҙ уның ни тиклем ябай булыуын да хәтерләйбеҙ. Күп төбәктәрҙең, туғандаш илдәрҙең етәкселәре уны хөрмәт итте, аҡыллы аҡһаҡал тип иҫәпләне, һәр ваҡыт уның фекеренә ҡолаҡ һалды. Бөгөн төбәгебеҙҙе һаҡлап ҡалған, Башҡортостанды илдә алдынғылыҡҡа сығарған, абруйлы субъектҡа әүерелдергән, ныҡлы иҡтисад, халыҡ, туған тел, мәҙәниәт өсөн хәстәрлек күргән Мортаза Ғөбәйҙулла улы алдында баш эйәм. Башҡортостанда һәр ғаиләнең Мортаза Ғөбәйҙулла улына бәйле үҙ тарихы булыуы һис тә ғәжәп түгел. Бәхил булығыҙ, хөрмәтле Мортаза Ғөбәйҙулла улы, аҡыллы кәңәштәрегеҙ, ышанысығыҙ өсөн рәхмәт. Хөрмәтле Мортаза Ғөбәйҙулла улы, беҙ, һис шикһеҙ, эшегеҙҙе дауам итербеҙ, һеҙ беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланырһығыҙ. Башҡортостандың бөйөк улына мәңгелек хәтер! Бәхил бул, уҙаман!», — тине Радий Хәбиров.