Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Ноябрь , 12:55

Бөгөн Башҡортостанда водителдәрҙе тикшерәләр

Бөгөн Башҡортостанда водителдәрҙе тикшерәләр, тип хәбәр итте республика буйынса ЮХХДИ етәксеһе Владимир Севастьянов үҙенең телеграм-каналында.

Севастьянов һүҙҙәренсә, рейдтар юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә йүнәлтелгән.

«Әлеге ваҡытта Иглин районында Һамар - Өфө - Силәбе автомобиль юлының 1506-сы саҡрымында, Ауырғазы районында Өфө - Ырымбур автомобиль юлының 81-се саҡрымында, Өфө биләмәһендә Өфө - Ырымбур автомобиль юлының 1-се саҡрымында, шулай уҡ Октябрь проспектында «Ҡала советы» йәмәғәт транспорты туҡталышы янында тикшереүҙәр бара. Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәренән тыш, унда Ространснадзор, федераль суд приставтары хеҙмәте, федераль һалым хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре ҡатнаша»,  — тине Владимир Севастьянов.

 
 
 
Галина Бахшиева
 
Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас в