Новости
6 Сентября 2022, 12:12

Радий Хәбиров: «Ғалимдарҙың бурысы — Турахан кәшәнәһенең серҙәрен асыу»

Дүшәмбе Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Хөкүмәттең Республикаға идара итеү үҙәгендәге оператив кәңәшмәһендә Евразия күсмә цивилизациялар музейын булдырыу буйынса эшсе төркөмдөң күсмә кәңәшмәһенә йомғаҡ яһаны.

Радий Хәбиров: «Ғалимдарҙың бурысы — Турахан кәшәнәһенең серҙәрен асыу»Радий Хәбиров: «Ғалимдарҙың бурысы — Турахан кәшәнәһенең серҙәрен асыу»
Радий Хәбиров: «Ғалимдарҙың бурысы — Турахан кәшәнәһенең серҙәрен асыу»

Сара 30 августа Шишмә районында Турахан кәшәнәһе алдында уҙҙы.

Республика етәксеһе ошондай боронғо кәшәнәләрҙең бик аҙ булыуына иғтибар итте.

«Был бик матур, — тине Радий Хәбиров, Евразия күсмә цивилизациялар музейы өсөн урында төшөрөлгән видеоматериалдарҙы күрһәтеп. — Бына күрәһегеҙме, һул яҡта ҡаҙыу эштәре бара. Беҙ яңыраҡ ҡына башланыҡ һәм шунда уҡ 15-се быуат ҡәберлектәрен таптыҡ. Яҡшы һаҡланған һөлдәләр буйынса шул замандарҙа йәшәгән кешеләрҙең образдарын, уларҙың типтарын тергеҙергә һөйләштек. Был бик ҡыҙыҡлы, иң мөһиме — ғалимдарға Турахан кәшәнәһенең серҙәрен аңларға мөмкинлек бирә».

Евразия күсмә цивилизациялар музейын төҙөү ғәйәт ҙур эште күҙ уңында тота, тип билдәләне Башҡортостан Башлығы. Унда ғилми үҙәк, мәҙәни-тарихи үҙәк, үҙенең ипподромы менән күңел асыу үҙәге, һөнәрселәр ауылы, шулай уҡ туристик үҙәк ойошторола.

«Яйлап ошо проектты тормошҡа ашырырбыҙ. Тарих үҙе беҙгә ошо урынды күрһәтте», — тине республика етәксеһе.

 

Башинформ

https://bash.bashinform.ru/news/culture/2022-09-06/radiy-h-birov-alimdar-y-burysy-turahan-k-sh-n-ene-ser-ren-asyu-2937866

Автор:Рәсимә Фәтҡуллина
Читайте нас