Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Август , 14:00

Башҡортостандың медицина автопаркы 32 яңы автомобиль менән тулыланды

4 августа Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин үҙ аллы йөрөй алмаған пациенттарҙы ташыу һәм беренсел медицина-санитар ярҙам күрһәтеү өсөн республиканың дауалау учреждениеларына 32 автомобиль асҡысын тапшырҙы.

Башҡортостандың медицина автопаркы 32 яңы автомобиль менән тулыланды
Башҡортостандың медицина автопаркы 32 яңы автомобиль менән тулыланды

Әйткәндәй, яңы техника һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын яңыртыуҙың республика программаһы буйынса һатып алынды. Ул «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.

LADA Granta автомобилдәре нигеҙендә илебеҙҙә сығарылған яңы автомобилдәр һаулыҡ мөмкинлектәре сиклеләрҙе медицина тикшереүе үтеү өсөн дауалау учреждениеларына алып барыу, участка терапевтарын һәм профилле белгестәрҙе пациенттарға йөрөтөү өсөн тәғәйенләнгән.

«Ил һәм республика етәкселегенә һаулыҡ һаҡлау тармағының беренсел звеноһы проблемаларын хәл итеүгә етди иғтибар биргәне өсөн рәхмәтлебеҙ. Иҡтисади хәүефтәргә, илебеҙҙең автомобиль сәнәғәте ҡуйылған бурыстарҙы үтәй алмаҫ, тигән хәбәрҙәргә ҡарамаҫтан, машиналар менән тәьмин итеүҙе күрәбеҙ. Халыҡтың һаулығын һаҡлау, улар хәстәрлекте тойоп, оҙаҡ һәм шатланып-ҡыуанып йәшәһен өсөн барыһын да эшләү – беҙҙең төп бурыс», — тип билдәләне Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин.

«Ил һәм республика етәкселегенә һаулыҡ һаҡлау тармағының беренсел звеноһы проблемаларын хәл итеүгә етди иғтибар биреүҙәре өсөн рәхмәтлебеҙ. Иҡтисади хәүефтәргә, илебеҙҙең автомобиль сәнәғәте ҡуйылған бурыстарҙы үтәй алмаҫ, тигән хәбәрҙәргә ҡарамаҫтан, машиналар менән тәьмин итеүҙе күрәбеҙ. Халыҡтың һаулығын һаҡлау, хәстәрлекте тойоп, оҙаҡ һәм шатланып-ҡыуанып йәшәһен өсөн барыһын да эшләү – беҙҙең төп бурыс», — тип билдәләне Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин.

Яңы автомобилдәр Өфөнөң 8-се ҡала клиник дауаханаһына, 2-се һәм 5-се балалар поликлиникаларына, Баймаҡ һәм Учалы үҙәк ҡала дауаханаларына, шулай уҡ Асҡын, Баҡалы, Бәләбәй, Балаҡатай, Бишбүләк, Бөрө, Благовещен, Оло Ыҡтамаҡ, Үрге Тәтешле, Йәрмәкәй, Иглин, Ҡырмыҫҡалы, Краснокама, Кушнаренко үҙәк район дауаханаларына тапшырылды.

 

Азат Ғиззәтуллин

https://bash.bashinform.ru/news/social/2022-08-04/bash-ortostandy-meditsina-avtoparky-32-ya-y-avtomobil-men-n-tulylandy-2898458

Фото: https://vk.com/radiyhabirov

Башҡортостандың медицина автопаркы 32 яңы автомобиль менән тулыланды
Башҡортостандың медицина автопаркы 32 яңы автомобиль менән тулыланды
Башҡортостандың медицина автопаркы 32 яңы автомобиль менән тулыланды
Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас в