

Кесаҙна, 23 июндә, төндә урыны менән, көндөҙ республикала ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, йәшен фаразлана. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, талғын, көндөҙ йәшен ваҡытында көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +12, +17, көндөҙ +24, +29 градус.
Йома, 24 июндә, урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, йәшен йәшнәүе көтөлә. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, талғын, көндөҙ йәшен ваҡытында көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +14, +19, көндөҙ +21, +26, көньяҡта +27, +32 градусҡаса күтәрелеүе мөмкин.