

«Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәренә тарифтар йылына бер тапҡыр — 1 июлдән үҙгәрә. Коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү күләме билдәләнгән индекстарҙан артмаҫҡа тейеш. Быйыл илдә индекс уртаса 4% үҙгәрә», — тине ул.
Рәсәйҙең Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ минисрлығында белдереүҙәренсә, 2022 йылда коммуналь хеҙмәттәргә ваҡытында түләмәгән өсөн пеня өҫтәү шарттары үҙгәрҙе. Ил хөкүмәте Үҙәк банктың штраф санкциялары күләмен иҫәпләү өөн ҡулланылған ставканы 9,5% кимәлендә теркәне.
Башинформ