Новости
17 Февраля 2022, 09:00

Республикала айыуға һунар итеүгә рөхсәт документтары бирелә башланы

Башҡортостанда айыуға һунар итеүгә рөхсәт ҡағыҙы бирелә башланы.

Республикала айыуға һунар итеүгә рөхсәт документтары бирелә башланыРеспубликала айыуға һунар итеүгә рөхсәт документтары бирелә башланы
Республикала айыуға һунар итеүгә рөхсәт документтары бирелә башланы

Хаҡы 25,5 мең һумлыҡ документтарҙы Башҡортостандың Һунарсылар һәм балыҡсылар ассоциацияһында алырға мөмкин.

Башҡортостанда айыуға һунар рөхсәт ителгән осор 21 мартта башлана һәм 10 июндә тамамлана. Архангел, Асҡын, Баймаҡ, Балаҡатай, Бөрйән, Ғафури, Дыуан, Йылайыр, Ҡариҙел, Нуриман, Салауат, Тәтешле, Учалы, Хәйбулла, Яңауыл райондарында йәнлектәрҙе атып алырға рөхсәт ителде.

 

Башинформ

Фото: https://pixabay.com/ru

Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас