Новости
21 Декабря 2021, 10:30

Кесаҙна республикала көндәр һыуыта башлай

Башҡортостанда һауа торошо ҡапыл үҙгәрә, тип хәбәр итте Башгидрометүҙәк синоптиктары.

Кесаҙна республикала көндәр һыуыта башлайКесаҙна республикала көндәр һыуыта башлай
Кесаҙна республикала көндәр һыуыта башлай

21 декабрҙә ҡар һәм епшек ҡар яуыуы, урыны менән буран сығыуы, сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы, юлдарҙа ҡар һырнытылары, боҙлауыҡ көтөлә. Һауа температураһы төндә һәм көндөҙ+1,-4 градус.

Аҙна уртаһында һыуыта башлай. Кесаҙна, 23 декабрҙә, һауа температураһы төндә -14,-19, аяҙытҡанда -24 градусҡаса түбәнәйә, көндөҙ -11,-16, урыны менән -21 градусҡа тиклем. Яуым-төшөм кәмей. Аҙна аҙағына ныҡ һыуыта.

 

Башинформ

Фото: https://pixabay.com/ru

Автор:Фирүзә Ильясова
Читайте нас