

Әлеге ваҡытта 2 миллион 450 дозанан ашыу вакцина әйләнештә, тине ул 30 ноябрҙә Башҡортостан юлдаш телеканалының «Сәләм» тапшырыуында. Уның һүҙҙәренсә, республиканың вакцинация пункттарында 400 меңдән ашыу вакцина бар.
Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, бөгөнгә Башҡортостанда 1 миллион 950 кеше вакцинаның беренсе компонентын ҡаҙатҡан.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Өфөлә ковидтан прививка яһатыу пункттары тураһында мәғлүмәтте Telegram мессенджерында махсус чат-ботта алырға мөмкин.