Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Ноябрь , 15:00

Бушлай юридик ярҙам күрһәтелә

Иртәгә, 26 ноябрҙә, киң социаль йүнәлешле акция – Бөтә Рәсәй бушлай юридик ярҙам күрһәтеү көнө үтә.

Башкортостанское отделение Ассоциации юристов России приглашает жителей Ишимбая на Всероссийский единый день оказания бесплатной юридической помощи

Был сара тотош ил буйынса ойошторола. Халыҡҡа юғары квалификациялы юридик ярҙам, бушлай консультациялар күрһәтеү сараның маҡсаты булып тора. Унда республика прокуратураһы, суд приставтары федераль хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идараһы, Рәсәйҙең Юстиция министрлығының Башҡортостан буйынса идараһы, республиканың адвокаттар, нотариаль палаталары һәм башҡа ведомстволар вәкилдәре ҡатнаша. Ҡабул итеүгә шәхси һаҡланыу сараларында килеү мотлаҡАкцияны Рәсәй юристары ассоциацияһы ойоштора. Ишембай районында граждандарҙы ҡабул итеү Ишембай ҡалаһы, Революция урамы, 3 адресы буйынса 1-се бүлмәлә 10.00- 13.00 сәғәттәрҙә үтә.

 

Фото: https://pixabay.com/ru

Автор: