Новости
23 Августа 2021, 12:21

Башҡортостанда 23 бала COVID-19 диагнозы менән дауаханаға оҙатылған

Башҡортостанда 23 бала COVID-19 диагнозы менән дауаханаға оҙатылған. Был хаҡта бөгөн хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә республика һаулыҡ һаҡлау министрының беренсе урынбаҫары Азат Рәхмәтуллин белдерҙе.

Башҡортостанда 23 бала COVID-19 диагнозы менән дауаханаға оҙатылғанБашҡортостанда 23 бала COVID-19 диагнозы менән дауаханаға оҙатылған
Башҡортостанда 23 бала COVID-19 диагнозы менән дауаханаға оҙатылған

Уның һүҙҙәренсә, әлеге ваҡытта 4 меңгә яҡын кеше стационарҙа дауалана, уларҙың 2500-ө — 60 йәштән өлкән.

Яңы коронавирус инфекцияһы пандемияһы башланғандан алып 54 639 кеше ошо мәкерле сирҙе йоҡторған, 297-һе — һуңғы тәүлектә.

Шулай уҡ республикала халыҡҡа прививка яһау әүҙем дауам итә. Ә 916 кеше коронавирустан вакцинацияны тулыһынса тамамлаған, 1 миллион 104 меңе иһә беренсе компонентын ҡаҙатҡан.

 

 

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
 
Фото: автор
Автор:Рәсимә Фәтҡуллина
Читайте нас