Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
25 Февраль , 11:31

"Һалдатҡа - Рамаҙан күстәнәсе"

Изге Рамаҙан айында Маҡар биләмәһе ҡатын-ҡыҙҙар советы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарға ярҙамға акция иғлан итте.

"Һалдатҡа - Рамаҙан күстәнәсе"
"Һалдатҡа - Рамаҙан күстәнәсе"

"Һалдатҡа - Рамаҙан күстәнәсе" тип аталған акцияла йөҙөм, күрәгә, ҡара емеш, финик һәм сәтләүектәрҙән һәр һалдатҡа айырым набор эшләп ебәрҙек.

Файҙалы емештәргә ураҙа мәлендә мосолмандарҙа айырыуса ихтыяж тыуа. Сөнки туҡлыҡлы ризыҡ энергия бирә. Шуға күрә кипкән емеш, сәтләүектәр - ураҙа тотоуҙоң, Рамаҙан айының билдәһе булып та һанала.

Был изге ниәтебеҙҙе биләмә халҡы дәррәү күтәреп алды, емеш-сәтләүек өсөн хәйер күсерҙе.

Барлығы 128 ҡап набор йыйылды, бынан тыш 38 ҡап кәнфит, шоколадтан тупланды. Тәмлекәстәр ошо көндәрҙә гуманитар ылау менән оҙатылды.

Автор: Лилиә ҺИҘИӘТОВА, Маҡар ауылы биләмәһенең ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе.
Читайте нас