Бөтә яңылыҡтар

ХАЛЫҠ ХӘТЕРЕ - МӘҢГЕЛЕК!

7 май көндө Ғүмәр ауылында иҫтәлекле осрашыу булды. Ауылыбыҙ тарихына, шәхестәргә, һуғыш һәм тыл, хеҙмәт ветерандарына, ата-бабаларыбыҙҙың яҡты рухына бағышлап нәшер ителгән "Бүжә - Ғүмәр, Юлдашбай ауылдары тарихы" исемле китаптың исем туйы үтте.

ХАЛЫҠ ХӘТЕРЕ - МӘҢГЕЛЕК!
ХАЛЫҠ ХӘТЕРЕ - МӘҢГЕЛЕК!

Ғүмәр ауылы тарихына арналған бүлектә архив мәғлүмәттәре, ауыл һәм колхоз яҙмышы, 1914 -1918 йылдарҙағы Беренсе донъя һуғышында ҡатнашыусы ауылдаштар, ер - һыу атамалары, 1920 йылдағы халыҡ иҫәбен алыу яҙмалары һәр кемдең иғтибарын йәлеп итә.

Китаптың Бөйөк Еңеү көнө алдынан донъя күреүе айырыуса ҡыуаныслы булды. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашып, тыуған илебеҙгә еңеү яулап ҡвйтыусы ауылдаштарыбыҙҙың һәр береһе хаҡында йөкмәткеле яҙмалар бар. Илебеҙ азатлығы өсөн яуҙа башын һалған яугир ауылдаштар хаҡындағы хәтирәләрҙе күҙ йәштәре аша уҡыйбыҙ.

Мәктәбебеҙҙең бай тарихы, директорҙар, уҡытыусылар һәм уҡыусылар, ауылыбыҙҙың күренекле шәхестәре хаҡында мәҡәләләр урын алған. 

Ауылдаштарҙың шәжәрәләре китапты матурлай, уҡымлы итә.

Осрашыуҙа һуғыш ветерандарына ҡуйылған һәйкәлгә сәскәләр һалыу, клуб алдына ағастар ултыртыу сараның мәртәбәһен күтәрҙе.

Китапты төҙөүҙә һәм нәшер итеүҙә ҡатнашҡан барлыҡ ауыдаштарға ҙур рәхмәт!

Еңеүселәргә дан! Еңеү беҙҙең йөрәктәрҙә!

 

Фото: https://vk.com/salavatkarimov60

ХАЛЫҠ ХӘТЕРЕ - МӘҢГЕЛЕК!
ХАЛЫҠ ХӘТЕРЕ - МӘҢГЕЛЕК!
ХАЛЫҠ ХӘТЕРЕ - МӘҢГЕЛЕК!
ХАЛЫҠ ХӘТЕРЕ - МӘҢГЕЛЕК!
ХАЛЫҠ ХӘТЕРЕ - МӘҢГЕЛЕК!
ХАЛЫҠ ХӘТЕРЕ - МӘҢГЕЛЕК!
ХАЛЫҠ ХӘТЕРЕ - МӘҢГЕЛЕК!
ХАЛЫҠ ХӘТЕРЕ - МӘҢГЕЛЕК!
ХАЛЫҠ ХӘТЕРЕ - МӘҢГЕЛЕК!
ХАЛЫҠ ХӘТЕРЕ - МӘҢГЕЛЕК!
ХАЛЫҠ ХӘТЕРЕ - МӘҢГЕЛЕК!
Автор:Салауат КӘРИМОВ
Читайте нас: