Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Февраль , 13:00

Ҡораллы Көстәрҙең яңы элитаһы

Ишембай районында пилотһыҙ осоу аппараттары (БПЛА) подразделениеларына белгестәр йыйыу кампанияһы старт алды. Бөгөн был йүнәлеште армияның “яңы элитаһы” тип атайҙар, унда физик сыҙамлылыҡ ҡына түгел, ә техник аҡыл, шулай уҡ юғары технологиялар менән эш итә белеү ҙә беренсе планға сыҡты. Кандидаттар өсөн уникаль шарттар пакеты әҙерләнгән. Ишембай ҡалаһы һәм Ишембай районының хәрби комиссары, подполковник Максим Сапа тулыраҡ мәғлүмәт менән таныштырҙы.

Ҡораллы Көстәрҙең яңы элитаһы
Ҡораллы Көстәрҙең яңы элитаһы

- Максим Юрьевич, кемдәр ул БПЛА операторҙары һәм улар ни өсөн кәрәк?

- Пилотһыҙ авиация системалары буйынса белгестәр бөгөн Рәсәй армияһында ҙур һорау менән файҙалана. БПЛА операторы - юғары интеллект һәм техник грамоталылыҡ талап иткән киләсәк һөнәре. Беҙ был абруйлы ғәскәрҙәргә уникаль кадрҙар килеүен аңлайбыҙ, шуға күрә уларға бығаса булмаған ярҙам кимәлен тәьмин итәбеҙ. Ул юғары аҡсалата ярҙам һәм заманса ҡорамалдар ғына түгел, ә яугирҙарға бурыстарҙы үтәүгә һәм профессиональ үҫешкә тулыһынса иғтибар бүлергә мөмкинлек биргән ҙур социаль гарантиялар ҙа.

- Кандидаттарға йәш талаптары ниндәй?

- Әлеге ваҡытта 18 йәштән 35 йәшкә тиклемге граждандарға өҫтөнлөк бирелә. Ни өсөн? Иң мөһиме, һаулыҡ талаптары арҡаһында. Кандидаттың яраҡлылыҡ категорияһы «А» булырға тейеш, йәғни уның тулыһынса сәләмәт булыуы мөһим.

- Тап ошо подразделениела контракт буйынса хеҙмәт итеүҙең өҫтөнлөктәре нимәлә?

- Беренсенән, гражданин гарантияланған рәүештә БПЛА подразделениеһына эләгә һәм уны башҡа частарға күсереп булмай. Бындай белгестәр өсөн 50-нән ашыу ярҙам сараһы ғәмәлдә. Икенсенән, йәштәрҙе,  бигерәк тә студенттарҙы ҡыҙыҡһындырыусы төп йүнәлештәрҙең береһе – белем алыу. Йәш кеше түләүле нигеҙҙә уҡып, контрактҡа ҡул ҡуйғас, академик отпуск ала. Һәм БПЛА подразделениеһында бер йыл хеҙмәт иткәндән һуң контрактты өҙөп, уҡыу урынына ҡайта ала (контракт ваҡыты бер йыл). Шул уҡ ваҡытта ул бюджет формаһына күсерелә. Был бик мөһим плюс. Бынан тыш, контракттан һуң һалдаттар хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы танытмаһын ала. Хеҙмәт итеү ваҡытында контрактсы бындай подразделениела 210 мең һумдан һәм унан да юғарыраҡ эш хаҡы ала. Профессиональ ҡаҙаныштары өсөн премиялар ҙа түләнә.

- БПЛА подразделениеһына эләгергә теләүселәргә ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?

- Ишембай ҡалаһы һәм Ишембай районының хәрби комиссариатына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Шәхсән миңә йәки 108-се кабинетҡа белгестәргә килә алаһығыҙ. Улар консультация үткәрәсәк, бөтә ярҙам сараларын һәм шарттарын ентекле аңлатасаҡ.

- Уҡытыу ҡайҙа һәм күпме бара? Башланғыс әҙерлек талап ителәме?

- Махсус әҙерлек талап ителмәй. Тәүҙә кандидат Екатеринбургҡа юллана. Уҡыу ике ай самаһы махсуслаштырылған үҙәктәрҙә дауам итә, шунан һуң хәрби частар буйынса пилотһыҙ осоу аппараттарын ҡулланыу менән туранан-тура шөғөлләнгән подразделениеларға ебәрелә.


Автор фотоһы.

Автор: Гөлнора Йәмилева
Читайте нас