Иремдә яман шеш тапҡайнылар. Оҙаҡ ауырыны. Һуңғы йылдарҙа уның һыҙланыуын күреп, сәсем ағарып бөттө. Яңы йылдан һуң мәрхүм булды.
"Былай интеккәнсе үлеүем яҡшы. Мин үлгәс, икенсегә кейәүгә сығаһыңмы? Сыға күрмә, бик-бик ауыр буласаҡ", - тип ҡабатланы ул һуңғы йылдарҙа. Ниндәй ир?! Ул саҡта былай ҙа хәлем ауыр ине. Бер туйғансы йоҡларға ине тип хыялландым. Иремә башҡаса кейәүгә сыҡмаясаҡмын тип һүҙ бирҙем. Балалар һәм эшең бар, рәхәтләнеп йәшә, киноларыңды ҡара, ти ине. Үлер алдынан да "башҡаса кейәүгә сыҡмайым, тип әйткәнеңде онотма", тине.
Яҙын ҡунаҡта мәктәп йылдарында дуҫлашҡан кешемде осраттым. Бергә йәшәй башлағанды һиҙмәй ҙә ҡалдым. Барыһы ла һәйбәт: мин яратам һәм яратылып йәшәйем. Тик мәрхүм ирем төшөмә инеп, ныҡ һаташам. "Алданың мине", тип ҡулымдан һөйрәй. Ни эшләргә лә белмәйем, бик ауыр. Әлеге ирем: "Күп уйланаһың, шуға төшөңә инә", - ти.
Доғалар ҙа уҡытам, хәйер ҙә бирәм. Мин уны нисә йыл ҡараным, бәхеткә хаҡлымындыр бит? Өлкән улым да: "Атай үлгәс, бер йыл да торманың", - тип үпкәләй. 40 көн үткәс тә ярай, тиҙәр бит, ә мин өс айҙан кейәүгә сыҡтым.
Бәлки, ысынлап та, ныҡ уйланамдыр, әллә мәрхүмдең рухы тыныслана алмаймы, ә мин алдаҡсы булып сығаммы?..
Сығанаҡ: https://vk.com/tatar_live