Был халыҡ рецепты ауыртыуҙы баҫа һәм быуындарҙың функцияларын яҡшырта. 300-400 грамм һарымһаҡты таҙартығыҙ, уны ит турағыс аша үткәрегеҙ, бер литрлыҡ банкаға һалығыҙ һәм яҡшы рафинирланмаған үҫемлек майы ҡойоғоҙ. Ике аҙна ҡараңғы урында тотоғоҙ, уны көн һайын болғатып тороғоҙ. Һөҙөмтәлә һарымһаҡ майы килеп сыға. Уны 3-4 ҡат марля аша үткәрегеҙ.
Ҡулланыу ысулы: ауырыу урынға һөртөгөҙ (мәҫәлән, остеохондроз ваҡытында билгә йәки артроз ваҡытында быуындарға).Төнгөлөккә полиэтилен һәм йылы яулыҡ менән ҡаплағыҙ.
Тәүге көндәрҙән үк еңеләйеү, хәрәкәтсәнлекте тергеҙеү һәм ауыртыу кәмеүен тойорһоғоҙ. Курс ике ай дауам итә.
Һарымһаҡ ауырыу быуын өлкәһендә ҡан әйләнешен яҡшырта, шуның менән уның функцияларын тергеҙеүгә булышлыҡ итә.