Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Ғинуар , 14:00

Йортобоҙ күркәм төҫ алды

Ишембайҙар ҡыйыҡты капиталь ремонтлау йомғаҡтары тураһында һөйләне

Йортобоҙ күркәм төҫ алды
Йортобоҙ күркәм төҫ алды

Башҡортостан Республикаһында күп фатирлы йорттарҙы капиталь ремонтлау программаһы дауам итә. Уға дөйөм майҙаны 71 миллион квадрат метрҙан ашыу булған 17190 күп фатирлы йорт индерелгән. Программаны тормошҡа ашырыуҙың дөйөм ваҡыты – 42 йыл.

Капиталь ремонт өсөн түләнгән һәр  квитанция торлаҡ хужаларын күптән көтөлгән яңыртыуға яҡынайта. “БР төбәк операторы” фондынан финансланған эштәргә ҡыйыҡтарҙы, фасадтарҙы, фундамент подвалдарын, йорт эсендәге системаларҙы капиталь ремонтлау, лифттарҙы алмаштырыу һәм модернизациялау, лифт шахталарын ремонтлау һәм йорт яны биләмәләрен төҙөкләндереү инә. Фонд шулай уҡ был эштәрҙе ойоштороу һәм сифатын контролдә тотоу менән шөғөлләнә, ә милекселәр операторҙың рәсми сайтында онлайн режимда үҙ йорттарының нисек үҙгәреүен күҙәтә ала. 2026 йылдың ғинуарында БР Хөкүмәтенең аҙналыҡ оператив кәңәшмәһендә фонд эшмәкәрлеге тураһында уның генераль директоры Павел Сафонов һөйләне. Докладты тыңлағандан һуң, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башҡарылған эштәрҙең, шул иҫәптән лифттарҙы алмаштырыу буйынса һөҙөмтәләрен юғары баһаланы.

- Был бик мөһим йүнәлеш. Халыҡҡа капиталь ремонт үтәлеше хаҡында һөйләргә кәрәк, сөнки улар үҙ аҡсаларын ошо маҡсатҡа күсерә, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров.

2025 йылда республикала 692 йортта торлаҡ хужалары күсергән биш миллиард һумдан ашыу суммаға 761 эш төрҙәре башҡарылған. Һөҙөмтәлә 130915 кешенең йәшәү шарттары яҡшырған. Бәхетлеләр иҫәбендә Ишембайҙағы биш ҡатлы йортта йәшәүселәр ҙә бар.

Ярты йыл элек Стахановсылар урамындағы 22-се йорт ихатаһында эш ҡайнай ине: бында йорттоң ҡыйығын капиталь ремонтлайҙар. Яңыртыу күптән талап ителгән була – был күп ҡатлы йорт 1990 йылда төҙөлгән. Шул ваҡыттан алып ҡыйыҡты тик ямағандар, был ваҡытлыса ғына һөҙөмтә биргән.

Руфина Волкова был йортта 30 йылдан ашыу йәшәй. Уның һүҙҙәренсә, ҡыйыҡ шул тиклем туҙған, бер көндө ямғырҙан һуң һыу бишенсе ҡатты ғына түгел, ә бөтә подъезды баҫҡан. Шуға күрә, торлаҡ хужаларының ҡыйыҡты капиталь ремонтлау тураһындағы ҡарары бер тауыштан ҡабул ителә.

- Ҙур эштәр башҡарылды, - тип билдәләне Руфина Волкова. - Ҡыйыҡтың бөтә япмаһын алып ташланылар, нигеҙен яңынан әҙерләнеләр, йылыттылар. Эштәрҙең ҙур күләмле булыуына ҡарамаҫтан, подряд ойошма бик тиҙ һәм таҙа эшләне - төҙөлөш сүп-сарҙарын шунда уҡ йыйып алып сығарып торҙолар. Торлаҡ хужаларының үтенестәрен дә төҙөүселәр тиҙ иғтибарға алдылар. Ямғыр һыуын ағыҙыу ҡоролмаһын ҡуйғандан һуң беҙ етешһеҙлектәрҙе асыҡланыҡ һәм был хаҡта прорабҡа хәбәр иттек. Ҡоролманы бер кистә рәтләп  ҡуйҙылар.

Подряд ойошманың яйға һалынған эшен “Стиль” идара итеү компанияһы ла билдәләй, был күп ҡатлы йорт уға ҡарай. Идара итеү компанияһының баш инженеры Ҡарлугас Исхаҡова билдәләүенсә, төҙөүселәр эштәрҙең төп күләмен билдәләнгән ваҡыттан бер айға алдараҡ – августа уҡ башҡарған. Йәғни капиталь ремонт йәйге миҙгелдә, уңайлы һауа шарттарында башҡарылған.

- Ҡыйыҡтың дөйөм майҙаны 2088 квадрат метр тәшкил итә, эштәрҙең хаҡы – 18,5 миллион һум. Смета һәм техник документацияға ярашлы, төҙөүселәр япманы алмаштырҙы, подъездар өҫтөндә ямғыр һыуын ағыҙыу ҡоролмаһын, козыректар, парапеттар ҡуйҙы, шулай уҡ ҡыйыҡтағы торбаларҙы штукатурланы һәм буяны. Бынан тыш, подъездарҙан ҡыйыҡҡа сыҡҡан ергә металл ишектәр ҡуйҙы, – тине Ҡарлугас Исхаҡова. Подряд ойошма биш йылға гарантия бирә, был иһә, әгәр ошо ваҡыт эсендә
эштә етешһеҙлектәр табылһа, йортта йәшәүселәрҙең страховкаһы бар, тигәнде аңлата.

Әйтергә кәрәк, ҡыйыҡтарҙы ремонтлау бер нисә йыл рәттән Башҡортостан халҡының иң күп һорауҙарының береһе булып ҡала. Уҙған йылда 272 йорттоң ҡыйығы ремонтланған, 2026 йылда тағы ла 267-һен ремонтлау планлаштырыла, тип хәбәр итә Башҡортостандың Төбәк операторы.

 

БЕЛЕШМӘ

2025 йылда Башҡортостанда күп фатирлы йорттарҙа капиталь ремонт башҡарылған:

– фасадтар - 71 йорт;

– һыу менән тәьмин итеү системаһы - 61;

– һыу бүлеү системаһы - 46;

- йылылыҡ менән тәьмин итеү системаһы - 26; 

– электр менән тәьмин итеү системаһы - 38;

- газ менән тәьмин итеү - 15.

Шулай уҡ 232 йортта 623 лифт алмаштырылған.

2026 йылға планлаштырылған капиталь ремонт:

- фасадтар - 4 йортта:

- һыу менән тәьмин итеү системаһы - 13;

- һыу бүлеү системаһы - 14;

- электр менән тәьмин итеү системаһы - 22;

- йылылыҡ менән тәьмин итеү системаһы - 11;

- газ менән тәьмин итеү системаһы - 2.

Шулай уҡ 70 йортта 170 лифт алмаштырыласаҡ.

Автор фотоһы.

Автор: Елена АЛЕКСЕЕВА.
Читайте нас