Ә бер көн танышым мине яңғыҙ ир менән таныштырмаҡ булып китте. Бығаса ундай хәбәрҙәргә бөтөнләй иҫем китмәй, ҡолаҡ һалмай торғайным, был юлы нисектер ризалаштым да ҡуйҙым. Тәүҙә ситтән генә күрһәтте үҙен. Аҙаҡ яҡындан танышып киттек. Өйөнә алып ҡайтҡас, стенала теге дауаханала бергә ятҡан апайҙың фотоһын күреп ҡалдым. Әсәһе булып сыҡты. Тик ул инде мәрхүмә ине. Аҙаҡ асыҡланыуынса, теге юлы ултыртып алып ҡайтҡан апайҙар ҙа, йәш малай ҙа уның туғандары икән. Яҙмыш мине уның тирәләй әйләндереп тик йөрөткән булған бит! Әле килеп шуны аңланым...
ҮҘЕҢӘ тәғәйен кешенән бер нисек тә ҡасып булмайҙыр ул, һиңә яҙған бәхет бары тик һиңә генә насип була торғандыр... Ниндәй генә һуҡмаҡ һайлаһаң да, борма - борма юлдар һине барыбер бер туҡталышҡа алып киләсәк. Һиңә генә кәрәк туҡталышҡа...
Фото: Айһылыу Вахитова