Йәмғиәт
21 Декабря 2025, 07:00

Ишле ғаиләләрҙең бәхете лә ишле

21 декабрь – Күп балалы ғаилә көнө

Ишле ғаиләләрҙең бәхете лә ишлеИшле ғаиләләрҙең бәхете лә ишле
Ишле ғаиләләрҙең бәхете лә ишле

“Торатау” биттәрендә өлгөлө ғаиләләр тураһында яҙыуыбыҙҙы дауам итәбеҙ. Бөгөн гәзит уҡыусыларҙы Кинйәбулат ауылынан йәш, күркәм һәм ауылдың тотҡаһы булған Зөлфиә һәм Рифат Ҡолмәнбәтовтар ғаиләһе менән таныштырабыҙ. Улар - ауылдың татыу, ишле һәм өлгөлө парҙарының береһе.

“Торатау” биттәрендә өлгөлө ғаиләләр тураһында яҙыуыбыҙҙы дауам итәбеҙ. Бөгөн гәзит уҡыусыларҙы Кинйәбулат ауылынан йәш, күркәм һәм ауылдың тотҡаһы булған Зөлфиә һәм Рифат Ҡолмәнбәтовтар ғаиләһе менән таныштырабыҙ. Улар - ауылдың татыу, ишле һәм өлгөлө парҙарының береһе.Рифат Юрис улы Кинйәбулат ауылында тыуып үҫһә, Зөлфиә Фәғим ҡыҙы Мәләүез районының Сарлаҡ ауылы һылыуы. Йәштәр икеһе лә Өфөлә Башҡорт дәүләт аграр университетында белем ала һәм шунда таныша ла инде.

- Мин агрономия факультетында - бишенсе курста, ә Зөлфиә ветеринария факультетында беренсе курста уҡый ине. Ярты йыл осрашып йөрөнөк, ул мине
армияға оҙатып ҡалды һәм түҙемһеҙлек менән көтөп алды, - тип хәтерләй танышыу йылдарын Рифат. Рифат Юрис улы Курскиҙа 27-се айырым гвардия радиация, химик һәм биологик һаҡланыу бригадаһында хеҙмәт юлын үтә. Башта кесе сержант званиеһында булһа, һуңынан уны взвод командиры урынбаҫары итеп үрләтәләр. Яҡташыбыҙ 9 майҙа Мәскәүҙә үткән парадта ла ҡатнаша.

Әрменән ҡайтҡас, 2014 йылда йәштәр гөрләтеп туй үткәрә. Рифат Юрис улы һигеҙ йыл тирәһе ауылда агроном булып эшләй. Әле алтынсы йыл ул “Газпром нефтехим Салауат” предприятиеһында ҡотҡарыусы вазифаһын башҡара. Үҙенең шәхсән тракторы ла булғас, халыҡҡа ер һөрөү, бесән эшләү, кәртәләр ҡуйыу эшен дә алып бара. Һунарсылыҡты ла үҙ иткән. Ә Зөлфиә Фәғим ҡыҙы Ишембай ҡалаһының “Зоосити” ветеринар клиникаһында ветеринар табип булып эшләй. Ул буш ваҡыттарында тәмле-татлы тәмлекәстәр бешереп ғаиләһен һыйларға ярата. Өлгөлө ғаилә баҡсаларында төрлө емеш-еләк, сәскәләр үҫтерә.

- Беҙ ябай ғаилә, башҡаларҙан бер ни менән дә айырылмайбыҙ, - тип һүҙ башланы өй хужабикәһе Зөлфиә. - Минең төп ярҙамсыларым – ирем һәм балаларым. Ғаиләбеҙҙә атайҙарының абруйы ҙур, һәр ваҡыт уның һүҙенә ҡолаҡ һалабыҙ. Рифат балаларҙы бик ярата, улар ҙа, үҙ сиратында, уға шуның менән үк яуап бирәләр. Бик татыу йәшәйбеҙ. Ирем һәр яҡлап мине хуплап тора. Күптәр ғаиләлә балалар ни тиклем күберәк, ата-әсәнең һәр балаға ваҡыты шунса аҙыраҡ ҡала, тип иҫәпләй. Ләкин теләк булған ерҙә мөмкинлектәр ҙә күп. Һәр балаға айырым ваҡыт бүлергә тырышабыҙ – был иң ышаныслы һәм дөрөҫ ҡараш.

Әйткәндәй, Ҡолмәнбәтовтар ғаиләһе “Йәш белгес” дәүләт программаһына ярашлы бирелгән аҡсаға ауылда йорт һалып ингән. Шулай уҡ әсәлек капиталы
сертификатын да ҡулланғандар.

Атай менән әсәй балаларын төрлө яҡлап үҫтереүгә, спортта, ижадта һәләттәрен асыуға ҙур иғтибар бүлә. Өлкән ҡыҙҙары Фирүзә Кинйәбулат мәктәбендә 3-сө класта тик яҡшы билдәләргә генә уҡый. Каратэ менән шөғөлләнә, ярыштарҙа еңеүҙәре менән ҡыуандыра. Яңыраҡ ҡына ул республика буйынса сығыш яһап 2-се урын алған. Шиғыр һөйләү конкурстарында ла алдынғы урындар яулай. Биш йәшлек Розалина иһә ауылда балалар баҡсаһына йөрөй. Ул да каратэны
үҙ иткән. Бейеү түңәрәгенә лә йөрөй. Төпсөктәре Инсафҡа яңы ғына 3 йәш тулған, ул да балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе. Бейеү түңәрәгендә шөғөлләнә.

- Апайым минән күпкә оло булғас, ғаиләлә бер үҙем генә үҫтем тиһәң дә була. Шуға ла һәр ваҡыт мин, балаларым күп булһын ине, тип теләй торғайным. Өс бала  бала ҡарау буйынса ялда ултырғанда бәләкәстәрҙе ул ҡарай торғайны. Әле эшкә сыҡҡас, миңә лә арыу ғына көс төшә. Балаларҙан башҡа тормошто күҙ алдына килтерә алмайым. Уларҙың шатлығына ҡыуанып, тормош иптәшең менән тигеҙ ғүмер итеүҙән дә олоһо юҡ, - ти бәхетле атай.

Балаларҙы тәрбиәләүҙә Рифаттың әсәһе Гөлсирә апай ҙа ярҙам итә. Шулай уҡ Зөлфиәнең ата-әсәһе лә төрлө яҡлап ҡулдарынан килгәнсә булышлыҡ күрһәтә. Ишле ғаиләлә күңелһеҙләнеп ултырып булмай. Бында барыһы да бергә эшләй, бергә ял да итә. Ҡолмәнбәтовтар тәбиғәт ҡосағында йыш булырға ярата. Быйыл диңгеҙҙе лә күреп ҡайтҡандар. Зөлфиә һәм Рифат Ҡолмәнбәтовтарға киләсәктә балаларының изгелеген күреп бәхетле йәшәргә насип булһын.


Фотолар ғаилә архивынан.

Ишле ғаиләләрҙең бәхете лә ишле
Ишле ғаиләләрҙең бәхете лә ишле
Ишле ғаиләләрҙең бәхете лә ишле
Ишле ғаиләләрҙең бәхете лә ишле
Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас