Рита Ренат ҡыҙы Ишембай ҡалаһының 3-сө мәктәбен тамамлағандан һуң ашнаҡсыһатыусы һөнәренә уҡып сыға. Йәш ҡыҙ хеҙмәт юлын Өфө ресторандарының береһендә администратор булып башлай. 2009 йылда Шишмә районы егете Сәғит Хаматнур улы менән тормошон бәйләй. Йәштәрҙең мөхәббәт емештере булып улдары Тимур донъяға килә. Бер нисә йылдан йәштәр Ишембайға күсенеп ҡайта.
Тимур Ә.Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернатында 9-сы класта белем ала, биатлон, программалау менән шөғөлләнә. Ҡыҙҙары Айсель ҡалабыҙҙың 2-се мәктәбендә 4-се класта уҡый. Ул “Нритта” бейеү түңәрәгенә йөрөй, инглиз телен өйрәнә.
Йәғәфәровтар ғаиләһе ике йыл элек Кузьминовка ҡасабаһында күркәм йорт һалып ингән.
Рита Йәғәфәрова - илаһи матурлыҡ тыуҙырыусы кондитер, уның өсөн һәр торт – ул ижади илһам, һәр клиенттың байрамын тәмле һәм матур итеү теләге.
- Бала ҡарау буйынса декрет ялында ултырғанда иптәшемә 23 февралгә тип ирҙәр күлдәге формаһында торт әҙерләп ҡарарға булдым. Ул ваҡытта миңә матур килеп сыҡҡан кеүек күренһә лә, әле улай тип иҫәпләмәйем. Шунан бирле торт әҙерләүҙең төрлө серҙәренә төшөнөп, ныҡлы оҫтарҙым, тип әйтер инем. Ун өс йыл эсендә был тәмлекәстәр минең яратҡан шөғөлөмдән тыш, килем сығанағына ла әйләнде, - ти Рита Ренат ҡыҙы.
Рита Йәғәфәрова Өфө, Силәбе, Екатеринбург ҡалаларында үткәрелгән оҫталыҡ дәрестәрендә булып, махсус курстар үтә. Иң беренсе дуҫтарына, туғандарына бешерһә, һуңынан әкренләп яратҡан шөғөлө килем табыу сығанағына әйләнеп китә. Заказ менән торттар, эклерҙар, десерттар бешерә. Уның тәмлекәстәренең матурлығына хайран ҡалып, хатта уларҙы ашарғамы-юҡмы икән, тип ҡыймай ҙа тораһың әле! Үҙе әйтмешләй, ул бешергән һәр тәмлекәс үҙе бер ижади илһам, ул барлыҡ фантазияһын эшкә егеп, матурлыҡ тыуҙыра. Шулай итеп, уның әкренләп үҙенең клиенттары барлыҡҡа килә. Рита оҫтарғандан-оҫтара, рецептарын арттыра бара. Тормош иптәше уға махсус йыһазландырылған бина ла әҙерләп бирә. Унда профессиональ миксерҙар, духовка, төрлө заманса ҡорамалдар ҡуйылған. Киләсәктә был тәмлекәстәрҙе бешерергә өйрәнеү өсөн махсус курстар үткәреү теләге лә көслө Рита Ренат ҡыҙының.
Оҫта кондитер кулинар изделиелары өсөн ингредиенттарға һәм сеймал сифатына айырым иғтибар бүлә. Рита Йәғәфәрова әйтеүенсә, торттарҙың тәмле булыуы ғына түгел, хәүефһеҙ һәм сифатлы булыуы ла мөһим. Ул тәмлекәстәр әҙерләгәндә тик тәбиғи продукттар ғына ҡуллана.
- Торт бешереүгә кәрәкле ингредиенттарҙы Стәрлетамаҡ кондитер базаһынан барып алам. Башҡа кәрәк-яраҡтарҙы интернет аша яҙҙырам. Торттар бешергәндә бигерәк тә
кремдарға өҫтөнлөк бирәм. Хәҙер аллергиктар күп, шуға ла сифатҡа ҙур иғтибар бирәм. Заказ биреүселәр үҙҙәренә ниндәй формала кәрәклеген, башҡа теләктәрен әйтә һәм мин уларҙың һорауы буйынса торттарҙы биҙәйем. Торт бешереү миңә бик оҡшай, бар күңелемде һалып башҡарырға тырышам. Бер тортты әҙерләүгә яҡынса һигеҙ сәғәт ваҡыт китә. Тәмлекәстең яҡынса хаҡы өс мең һумдан алып, - ти мөләйем ханым.
Хәҙер ҡунаҡ йә туй мәжлесе булһынмы, тыуған көндәр үткәрһендәрме - кешеләр магазиндан әҙер торт һатып алмай, ә күпселек Рита Йәғәфәрова кеүек оҫтабикәләргә мөрәжәғәт итеп, үҙҙәренә оҡшаған тәғәйен генә тортты бешертеп алыуҙы хуп күрә. Рита Ренат ҡыҙынан ғәҙәти булмаған торт бешереп биреүҙе һораусылар ҙа бар икән.
- Башлыса тыуған көнгә арналған торттарға заказдар күп. Шулар араһында мәҫәлән 3D форматындағы бутерброд, тәрилкә өҫтөндә билмәндәр кеүек тәмлекәстәр ҙә булды. Улар ысынбарлыҡҡа оҡшаш. Бер метр оҙонлоғондағы торттар ҙа хәҙер модала. Шулай уҡ һауыт өҫтөндә икра формаһындағы тортты байрамда ҡунаҡтар “Ниңә торт өҫтөнә икра һалғандар икән?” тип аптыраған осраҡтар ҙа булған. Улар икраны желатин һәм желенан эшләгәнде аңлап етмәгән, - ти уңған ханым.
Өйҙән ултырып ҡына заказ эшләү бөгөнгө көндә актуаль. Беренсенән, магазиндар буйлап йөрөү ваҡытты ала, икенсенән, ни тиһәң дә, магазиндарҙан алған тәмлекәстәр үҙең һайлаған продукцияларҙы ҡулланып бешерелгәненә, йәғни өйҙөкөнә етмәй инде!
- Ғаиләмә, балаларыма ла айырым ваҡыт бүлергә тырышам. Балаларым да ярҙамсы, үҙ аллылар. Ял көнө ҡыҙым иртән тороп үҙе ҡоймаҡ бешерергә лә өлгөрә. Шул уҡ ваҡытта гел үҫешергә тырышам, интернеттан төрлө марафондар үтәм. Әлбиттә, янымда дәртләндереп, хуплап, ярҙам итеп тороусы тормош иптәшем Сәғиткә рәхмәт, - тип йомғаҡланы әңгәмәсем.
Үҙенә күрә ҡатмарлы ғына шөғөлдө үҙ иткән, бешергән һәр тәмлекәсенә күңел йылыһын һалған өлгөр әсәгә һоҡланмау мөмкин түгел.
Фотолар Рита Йәғәфәрованың ғаилә архивынан