Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Сентябрь 2025, 14:00

Ҡара алтын сығарыусы

7 сентябрь - Нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө

Ҡара алтын сығарыусы
Ҡара алтын сығарыусы

Зөфәр Зөлҡәрнәев бала саҡтан нефтсе булырға хыялланған. Уның йәшлек йылдарында был һөнәр бик абруйлы һаналған. Зөфәр Әҙһәм улына бер урында ултырып, кемдер төҙөгән инструкция буйынса эшләү урынына, ҡара алтын сығарыу буйынса мәсьәләләрҙе ижади хәл итеү мөмкинлеге йәлеп итә.

Шуға ла мәктәпте тамамлап, уның Өфө нефть институтына уҡырға инеүе ғәжәпләнерлек түгел. Юғары уҡыу йортон тамамлағас, йәш белгес быраулауҙа слесарь булып бер йыл эшләй, шунан һуң армияға китә. 1978 йылда ҡайтып, Ауырғазы районы Болотино ауылында яңы асылған нефть ятҡылығында «Ишембайнефть» НГДУ-һына нефть һәм газ сығарыу операторы булып эшкә урынлаша.

– Миңә иң оҡшағаны – эшемде үҙем ойоштороу мөмкинлеге ине. Әлбиттә, предприятие етәкселеге аныҡ бурыстар ҡуйҙы, ләкин уларҙы хәл итеү ысулын һайлау һәр саҡ беҙҙең - белгестәрҙең ҡулында ҡалды, – тип хәтерләй Зөфәр Зөлҡәрнәев.

– Беҙ механизацияланған ысулдар ҡулландыҡ, йәғни нефтте «качалкалар» йәки насостар менән сығарҙыҡ, ә Грачёв ятҡылығын ғына фонтан ысулы менән, пластарға газ тултырып, эшкәрттек.

Зөфәр Әҙһәм улы һүҙҙәренсә, нефть һәм газ сығарыу операторы эшендә иң мөһиме – ҡорамалдарға техник яҡтан грамоталы хеҙмәт күрһәтеү, туҡтап тороуҙарға юл ҡуймау. Унда романтикаға ла, көтөлмәгән хәлдәргә лә, хатта тиҫтә йылдарҙан һуң йылмайыу тыуҙыра алырлыҡ осраҡтарға ла урын бар.

1986 йылда мәҡәлә геройын мастер итеп тәғәйенләйҙәр. 10 йылдан һуң ул нефть промыслаһы цехы начальнигы урынбаҫары, ә 1998 йылда нефть промыслаһы начальнигы итеп тәғәйенләнә. Ул вахта юлы менән эшләй. Ғаиләһе Ишембайҙа йәшәгән. Зөфәр Зөлҡәрнәев дүшәмбе көнө эшкә
китеп, барыһы ла уңышлы барһа, йома көндө өйгә ҡайтҡан.

Карьера үҫеше үҙ эше өсөн яуаплылыҡты арттыра һәм нефть промыслаһы етәксеһенә йыш ҡына икешәр аҙна һәм унан да оҙағыраҡ эш урынында ҡалырға тура килә.

- Нефтле шыйыҡсаны ҡыуған үткәргес торбаларҙың өҙөлөүе иң ҙур проблема булды. Үткәргес торбаларҙың оҙонлоғо йөҙәрләгән километр тәшкил итә. Агрессив мөхит йыш ҡына аварияларға булышлыҡ итте. Бындай мәлдәрҙә беҙҙең иң беренсе бурысыбыҙ – өҙөлгән урынды табыу, уны юҡ итеү һәм тупраҡтың бысраныуын кәметеү, – ти Зөфәр Әҙһәм улы. – Беҙ бөтәбеҙ бергә эшләнек, хатта төндәр буйы етешһеҙлектәр тулыһынса бөтөрөлгәнгә тиклем тырыштыҡ. Бер кем дә ваҡыты менән иҫәпләшмәне – хатта көтөлмәгән хәлдәр булғанда ла, нефть сығарыу планы кәметелмәне.

2002 йылда Зөфәр Зөлҡәрнәев НГДУ хакимиәтенә диспетчер хеҙмәте етәксеһе итеп күсә, бер йылдан уны Ергәндә тәүге нефть промыслаһы начальнигы итеп тәғәйенләйҙәр. 2012 йылда, пенсияға сыҡҡас, туплаған тәжрибәһен йәш нефтселәргә тапшыра башлай - «Башнефтехим»дың уҡыу үҙәгенә урынлаша, унда дүрт йыл эшләй. Хәҙерге көндә геройыбыҙ хаҡлы ялда һәм уға ҡыуаныс килтергән баҡсасылыҡ эше менән шөғөлләнә.

- Пенсияға тиклем ерҙә эшләргә, уңыш үҫтерергә ваҡытым булманы, аҙналар буйына нефть промыслаларында йәшәнем. Хәҙер миңә ер тәрбиәләү, йәшелсә, емешеләк, сәскә үҫтереү оҡшай, - тип уртаҡлашты Зөфәр Әҙһәм улы.

Уның ғаиләһендә нефть династияһын лайыҡлы дауам итеүселәр бар: улы Азамат «Сургутнефтегаз» предприятиеһында прораб, ҡыҙы Гүзәл оператор булып эшләй.

- Бер ҡасан да Ишембайҙан китергә уйым булманы, үҙемдең предприятием өсөн ҡайнап йәшәнем. Йәшлегемә әйләнеп ҡайтыу мөмкинлеге булһа, уйлап тормайынса, йәнә ошо һөнәрҙе һайлар инем, - ти Зөфәр Зөлҡәрнәев.


Автор фотоһы.

Автор: Ирина Вахонина
Читайте нас