Йыл һайын 31 августа билдәләнгән Ветеринария хеҙмәткәрҙәре көнө Рәсәйҙә 2011 йылда барлыҡҡа килгән. Рәсми дәүләт һөнәри байрамы статусын ул 2014 йылдың 11
июненән алған.
Ветеринария һөнәре тамырҙары менән боронғо замандарға барып тоташа. Крәҫтиәндәр өсөн мал һәр ваҡыт донъя тотҡаһы булған: хайуандар тураһында хәстәрлек күрергә тырышҡандар, һәр төрлө бәләләрҙән һаҡлағандар, сирҙәрҙән халыҡ ысулдары менән дауалағандар.
Ветеринария ауыл халҡы өсөн иң кәрәкле хеҙмәттәрҙең береһе булып иҫәпләнә. Был өлкәлә осраҡлы хеҙмәткәрҙәр юҡ, сөнки бында мал йәнле кешеләр генә эшләй ала. Шулай уҡ ветеринарҙар уңайлы эпизоотик хәлде һаҡлау, мал продукцияһының юғары сифатын һәм хәүефһеҙлеген тәьмин итеү, ҡурҡыныс тыуҙырыусы сирҙәрҙе иҫкәртеү кеүек саралар өсөн яуаплы.
Һөнәр генә түгел, быуындар бәйләнеше лә
Таныш булығыҙ, был мөләйем ҡатын – Этҡол ветеринария участкаһының мөдире Резеда Ринат ҡыҙы Хәйбуллина. Уның ошо өлкәлә 13 йыл эшләүе оло хеҙмәт кенә түгел, ә быуындар бәйләнеше лә булып тора. Ветеринария уның ғаиләһе өсөн – намыҫ һәм йола төшөнсәһе. Резеда Ринат ҡыҙы – ветеринарҙар ғаиләһенең өсөнсө быуыны. Олатаһы һуғыш һәм унан һуңғы осорҙа мал табибы булып эшләгән. Уның һөнәргә тоғролоғо улын һәм ейәнсәрҙәрен ошо эште дауам итергә дәртләндерә.
Резеданың Руфина апаһы ла ошо йүнәлеште һайлаған, ул әлеге мәлдә ветеринария санитары булып эшләй. Шулай итеп, ауыр 1940-сы йылдарҙа башланғыс алған ғаилә династияһы XXI быуатта ла кешеләргә һәм хайуандарға хеҙмәт итеүен дауам итә.
Резеда Хәйбуллинаға килгәндә, ул 1991 йылдың 28 ноябрендә тыуған. 2012 йылда Стәрлетамаҡ ауыл хужалығы техникумын тамамлағас, хеҙмәт юлын Ишембай участка ветеринария дауалау йортонда фельдшер вазифаһында башлай. Һөнәрен, эшен яратыуы уны артабан үҫешергә дәртләндерә – яҡташыбыҙ Башҡорт дәүләт аграр университетына ситтән тороп уҡырға инә.
Шулай итеп, 2022 йылдан Резеда Ринат ҡыҙы ветеринария участкаһы мөдире вазифаһын биләй, юғары һөнәри оҫталыҡ һәм яуаплылыҡ күрһәтә. Хеҙмәт йылдарында үҙен профилактик сараларҙа әүҙем ҡатнашыусы грамоталы һәм инициативалы белгес булараҡ таныта. Уның ярҙамында контролгә алынған территорияла йорт хайуандары араһында инфекциялы сирҙәр таралмай. 2024 йылда кешеләр һәм малдар өсөн ҡурҡыныс ауырыуҙарҙы иҫкәртеү буйынса саралар күрелә.
Резеда Хәйбуллинаның бурысына иткә, һөткә, балыҡҡа һәм башҡа аҙыҡ-түлеккә (малдан алынған) экспертиза эшләү, нормаға ярашлы, продукцияны тамғалау кеүек эштәр инә. Ул шулай уҡ сертификация үтмәгән аҙыҡ-түлекте һатыуға сығарыуҙы тыйыу хоҡуғына эйә. Бынан тыш, белгес иҫәп алып бара, кәрәкле белешмәләр бирә, мал тотоусы халыҡ араһында ветеринария буйынса файҙалы мәғлүмәт тарата.
2024 йылда Резеда Ринат ҡыҙы үҙенең намыҫлы хеҙмәте өсөн Башҡортостан Республикаһының ветеринария буйынса дәүләт комитетының Рәхмәт хатына
лайыҡ була.
Хеҙмәттәштәре уны һөнәри оҫталығы, һиҙгерлеге һәм киҫкен хәлдәрҙән сыға белеүе өсөн ҡәҙерләй. Ә район халҡы иғтибары, һәр саҡ ярҙам итергә әҙерлеге өсөн хөрмәт итә.
Мал телен бала саҡтан аңлай
Мәҡәләбеҙҙең киләһе геройы – Айҙар Вил улы Хәсәнов. Ул Сәлих ветеринария участкаһы менән идара итә. Яҡташыбыҙ Әхмәр ауылында 1988 йылдың 30 ғинуарында тыуған. Бала саҡтан мал йәнле була, йорт хайуандарының телен аңлап, һәр саҡ ярҙам итеп, тәрбиәләп тора. Мәктәптән һуң Стәрлетамаҡ ауыл хужалығы техникумын тамамлай. Бына инде 13 йыл дауамында уның шифалы ҡулдары йорт хайуандарын ҡазанан, сирҙәрҙән ҡотҡара. Белгес һәр эшкә йөрәк ҡушыуы буйынса тотона, һәр мөрәжәғәткә намыҫлы ҡарай. Айҙар Вил улы 100 процент диагностик тикшереү башҡарған, уға һәр бер малды ҡарау мөһим. Себер язваһына ҡаршы тотош прививка үткәргән. Гельминтһыҙландырыу, яраларҙы эшкәртеү тураһында әйтеп тораһы ла түгел.
Ярҙамға саҡырһалар, ветеринар сәғәткә ҡарап тормай, сирле йәки ҡазаланған мал янына ашыға. Уның өсөн һәр йән эйәһе ҡәҙерле.
2021 йылда Айҙар Хәсәнов Ишембай районы муниципаль районының Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнә. Ләкин уның өсөн иң юғары баһа – йорт хайуандарының өмөтлө, ышаныслы ҡарашы һәм уларҙың хужаларының рәхмәте.
Ғүмер буйы эшенә тоғро
Динара Нәзил ҡыҙы Яҡупова Миәкә районы Баязит ауылында 1962 йылдың 26 сентябрендә тыуған. Динара апай ер эшенең ҡәҙерен бала саҡтан уҡ аңлап үҫә. Башҡорт ауыл хужалығы институтын тамамлағас, Петровск участка ветеринария дауалау йортона эшкә урынлаша. Ошо көндән алып уның тормошо һәм эше тик йорт хайуандарын хәстәрләү менән генә бәйле.
Динара Нәзил ҡыҙы 37 йылдан ашыу ғүмерен ветеринария хеҙмәтенә бағышлай. Ябай белгестән алып ветеринария пункты етәксеһенә тиклем үрләй. Уның эшенә план буйынса тикшеренеүҙәр һәм прививка яһауҙар ғына түгел, ә райондың эпизоотик торошон хәстәрләү ҙә ҡарай.
Динара Яҡупованың хеҙмәте – бер туҡтауһыҙ һөнәри эҙләнеүҙәр өлгөһө. Ул заманса технологияларҙы әүҙем үҙләштерә. Мәҫәлән, «Меркурий» электрон системаһы менән эшләй. Шулай уҡ «РегАгро» автоматлаштырылған системала иҫәп алып бара. Динара Нәзил ҡыҙы намыҫлы, иғтибарлы һәм тәжрибәле белгес булараҡ йәштәрҙе өйрәтә, район халҡына ярҙам итә.
Динара апайҙың оло терәге, әлбиттә, яратҡан ғаиләһе. Ире Рәмил Ғәли улы менән Артур һәм Гөлнара исемле балаларға ғүмер биреп, ҙур тормош юлына аяҡ баҫтырған. Арыҫлан, Диләрә, Эмир һәм Диниә исемле ейән-ейәнсәрҙәрен тәрбиәләшеп, ҡыуанып туя алмайҙар. Ветеринарҙың фиҙаҡәр хеҙмәте Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығының Маҡтау ҡағыҙы, Рәсәй Федерацияһы Ауыл хужалығы министрлығының Рәхмәт хаты менән баһаланған.
Ҡултамғаһы – хәүефһеҙлек билдәһе
Киләһе геройыбыҙ алыҫ Ҡараҡалпаҡ ССР-ы Амударъя районында 1976 йылдың 21 сентябрендә тыуған.
Илдус Абдуллаевтың ата-әсәһе Ишембайға күсенеп ҡайта. Ул ҡаланың 9-сы мәктәбен тамамлай һәм артабан «Ветеринария» белгесе буйынса Башҡорт дәүләт аграр университетына уҡырға инә. Илдус Шәүҡәт улының хеҙмәт юлы 1998 йылда Крәҫтиән хужалыҡтары ассоциацияһын етәкләүҙән башлана. Был тәжрибә уны киләсәктә ҙур өлгәшеүҙәргә илтә.
2003 йылда ул Салауат ҡалаһы һәм Ишембай районы ветеринария станцияһына эшкә килә. Әлеге мәлдә ветеринария-санитария экспертиза лабораторияһын етәкләй.
Илдус Абдуллаев ҡулында – меңәрләгән кеше һаулығы. Белгес иткә, балыҡҡа, һөткә, үҫемлек майҙарына экспертиза үткәрә. Һатыу нөктәләрен, сертификацияһы булмаған продукция һатылмаһын өсөн, контролдә тота. Шул уҡ ваҡытта, санитар нормаларға ярашлы, етештереүселәр һәм һатыусылар араһында аңлатмалы эш алып бара. Илдус Шәүҡәт улының ҡултамғаһы бар икән, тимәк һатыуҙағы продукция хәүеф тыуҙырмай.
Ветеринар 2014 йылдан профсоюз комитетын етәкләй, хеҙмәттәштәренең социаль проблемаларын хәл итә һәм байрамдар ойоштора. Йәмәғәт эшмәкәре булараҡ, районда үткән төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнашып тора.
Илдус Абдуллаевтың оло хеҙмәте муниципаль район хакимиәтенең Маҡтау ҡағыҙы, Башҡортостан Ветеринария идаралығының һәм БР Хөкүмәтенең рәхмәт хаттары менән билдәләнгән. Яҡташыбыҙ ҡатыны Зөлфиә менән өс бала тәрбиәләй. Оло улдары Вадим Ырымбур медицина университетында уҡып йөрөһә, Әлиә менән Айҙар 12-се лицейҙа белем ала.
Ә беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, ветеринар һөнәрен һайлаған һәр яҡташыбыҙҙы Ветеринария хеҙмәткәрҙәре көнө менән ҡотлайбыҙ! Ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге һәм уңыштар теләп ҡалабыҙ.
Фотолар ветеринария станцияһы архивынан.