Бөгөн районыбыҙҙа заманса кибеттәр уңышлы эшләй, ҙур сауҙа нөктәләре, уңайлы магазиндар, баҙар сауҙаһы эшмәкәрлеге үҫешә. Ауыл ерендәге сауҙа нөктәләре лә аҙыҡ-түлек тауарҙарының киң ассортиментын тәҡдим итә. Ишембайҙың сауҙа һәм йәмәғәт туҡланыуы өлкәһендә меңәрләгән кеше эшләй. Улар халыҡтың тауарҙарға һәм хеҙмәттәргә ихтыяжын ҡәнәғәтләндерә. Шуларҙың береһе йәш эшҡыуар Артур Абыҙгилдин менән таныштырып үтмәксебеҙ.
Артур Ҡанаҡай ауылында тыуып үҫкән. Ауылда 9-сы класты тамамлағас, Ишембай нефть колледжында белем ала. Егеттең ата-әсәһе эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәс, был эште улар улдары Артурға ышанып тапшыра. Әйткәндәй, Артурҙың ата-әсәһе Эльвира Салауат ҡыҙы һәм Винер Юнир улы шәхси эшҡыуарлыҡ менән 2002 йылда шөғөлләнә башлай. Башта улар Ҡанаҡай ауылында киоск ултыртып, аҙыҡ-түлек, көнкүреш кәрәк-яраҡтары һата.
Тырышҡас, һөҙөмтә лә күренә. Яйлап Сәлих, Әптек, Тимашевка ауылдарында ла сауҙа нөктәләрен булдыралар. Аҙаҡ “Толпар” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтен ойоштороп, был эш ныҡлап ғаилә бизнесына әүерелә. Тәүҙә биналар арендала булһа, аҙаҡ һатып алалар. Улдары Артур ҙа күптән эшҡыуарлыҡты үҙ иткән. Бөгөн иһә Ҡанаҡайҙа һәм Сәлих ауылында тулы ҡеүәттә ҙур магазиндар эшләй.
Миңә Сәлих магазинында булырға тура килде. Кәштәләрҙә нимә генә юҡ: аҙыҡ-түлек, көнкүреш әйберҙәре, төҙөлөш материалдары, кейемдәр - барыһы ла бар.
Һатыусылар Анастасия Абдрахманова һәм Гөлнур Ҡасимова магазинда күптән эшләй.
- Ғаилә бизнесын алып барырға атайәсәйем ярҙам итә. Ҡатыным Аделина Рәмис ҡыҙы - минең уң ҡулым. Бергә эште алып барабыҙ. Әлеге ваҡытта сауҙа итеү ҡатмарлыраҡ, тип әйтәйемме икән, мәҫәлән, бөтә продукция “Ғәҙел билдә” маркировкаһы аша үтә, шуға программаларҙы ла һатып алырға, магазинға кассалар ҡуйырға ла кәрәк. Һәр эштең үҙ тәртибе бар. Продукцияға ихтыяж бар, шуға ла һатыусылыҡ эше әүҙем бара, - ти Артур.
Йәш эшҡыуар белдереүенсә, заказ биргәндән һуң, аҙыҡ-түлекте поставщиктар үҙҙәре магазинға алып килә. Ҡайһы бер әйберҙәрҙе Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы күмәртәләп һатыу базаһынан үҙҙәре барып алалар. Абыҙгилдиндар Ишембай районының эшҡыуарҙары менән дә хеҙмәттәшлек итә. Айгөл Айҙар ҡыҙы Ваһапова менән Лиана Шәрифйән ҡыҙы Маннасованың билмәндәре, Венер Рәфҡәт улы Яхиндың икмәге магазиндарҙа һатыуға ҡуйыла.
- Барыһын да һөнәри байрамыбыҙ - сауҙа хеҙмәткәрҙәре көнө менән ҡотлайым. Коллегаларымдың эштәре алға барһын, эштәрендә түҙемлек, һаулыҡ теләйем, - тине Артур Абыҙгилдин.
Үҙ кәсебеңде асырға бер ҡасан да һуң түгел. Айырыуса йәштәргә, эш юҡ, аҡса етмәй, тип уфтаныр алдынан Артур Радик улы кеүек үҙ эшен алып барыусыларҙан үрнәк алаһы ғына ҡала.
Автор фотолары.