Йыл һайын июндең өсөнсө йәкшәмбеһендә Рәсәйҙә медицина хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә. Быйыл ул 15 июнгә тап килә.
Ошо уңайҙан был өлкәлә хеҙмәт иткән Гүзәл Солтанбаева тураһында һөйләмәксемен. Ул Иҫәкәй ауылында тыуып үҫә. Мәктәптән һуң 1986 йылда Салауат ҡалаһындағы медицина училищеһына уҡырға инә. Уны тамамлағас йәш белгес 1989 йылда Иҫәкәй фельдшер-акушерлыҡ пунктына фельдшер булып эшкә ҡайта. 1990 йылда ауылыбыҙҙың уңған, аҡыллы егете Илфат Солтанбаевҡа кейәүгә сыға.
Йәштәр эшкә тип Себер тарафтарына юллана. Унан ҡайтҡас Гүзәл һылыуыбыҙ Маҡар дауаханаһының «Тиҙ ярҙам» хеҙмәте бүлегенә фельдшер булып урынлаша. Иң йыраҡ ауылдарҙа йәшәгән сирлеләргә ярҙам күрһәтә.
Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә оҙаҡ һәм намыҫлы хеҙмәте өсөн Гүзәл Солтанбаева Ишембай районы хакимиәтенең Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнә. Ә шулай ҙа уның өсөн иң мөһиме - халыҡ һөйөүе, эшеңде халыҡ яратыуы. Гүзәлебеҙҙе ауылдаштар бик хөрмәт итә.
Ябай ғына ҡатын ул. Ихлас күңелле, изге йөрәкле булыуы менән үҙенә тарта. Яғымлы ҡарашлы, наҙлы тауышлы ауылдашыбыҙҙы һәммәһе лә үҙ итә.
Уның менән һөйләшеүе - үҙе йән рәхәте! Төрлө файҙалы кәңәштәре менән: медицина өлкәһендә булһынмы, хужалыҡ эштәре йә баҡса тирәһеме, йә булмаһа бөтмәҫ донъя мәшәҡәтеме - үҙ кәңәштәре менән Гүзәл һәр саҡ кешегә ярҙам итеп йәшәй. Тормошоноң мәғәнәһен, йәшәү тәмен тапҡан ул! Ҡатын-ҡыҙ, әсә, хужабикә булараҡ бай тәжрибә туплаған.
Илфат кейәү менән улар өс балаға ғүмер бирҙеләр. Әлиә, Илшат, Алһыу - өсөһө лә юғары белем алды; өсөһө лә - инженерҙар! Тормошта үҙ урындарын табып, ғаилә ҡороп, үҙҙәре атай-әсәй булып бәхетле йәшәйҙәр.
Илфат кейәү Гүзәлде - ҡәҙерле кәләше, балалары - ҡәҙерле әсәй, ейән-ейәнсәрҙәре ҡәҙерле өләсәй булараҡ ярата. Ошонан да тағы ниндәй бәхет бар икән ул донъяла?! Юҡтыр!
Бөгөнгө көндә Гүзәл менән Илфат Солтанбаевтар - ауылда ихтирам ҡаҙанған хөрмәтле кешеләр. Икеһе лә хаҡлы ялда. Ауыл күләмендә ойошторолған бөтә өмәләрҙең иң уртаһында ҡайнап йәшәйҙәр. Мал тоталар, ҡош-ҡорт аҫырайҙар, баҡсала күпләп йәшелсә үҫтерәләр. Йәйен төрлө матур сәскәләре күҙҙәрҙе ҡамаштыра.
Уларға ҡарап, яратып йырлаған «Сейәләр» йырынан:
«Һеҙ икәү, һеҙ икәү
Пар килгән тийәләр...» тигән юлдар иҫкә төшә.
Рәхмәт һеҙгә барлығығыҙ өсөн, ҡәҙерле ауылдаштар! Парлы ғүмерҙәр, бәхетле ҡартлыҡтар насип итһен һеҙгә Раббыбыҙ! Был изге теләгебеҙҙе Аллаһы Тәғәлә һүҙһеҙ ҡабул итер, тигән өмөттәмен. Сөнки уларҙың парлашып мәсеткә йөрөүҙәре күптәргә өлгө, йәштәргә, балаларға дингә саҡырыусы изге ғәмәл булып тора.
Фото ғаилә архивынан.