

Уҙған аҙна башынан шоссеға махсус техника килтерелде, уның ярҙамында ремонт эштәренең беренсе этабы – фрезерлау үткәрелә. Подрядсы ойошма – Стәрлетамаҡ юл-ремонт-төҙөлөш идаралығы.
- Беҙгә 2350 метр оҙонлоғондағы трассала асфальттың өҫкө ҡатламын ҡырҡырға кәрәк. Һауа торошо ҡамасауламаһа, бер аҙна эсендә эште тамамларбыҙ, тип ышанабыҙ, - тине Стәрлетамаҡ юл-ремонт-төҙөлөш идаралығы мастеры Самат Мәхмүдов.
Автомобилселәр фрезерлау эштәрен башлағас та иркенерәк һулап ҡуйҙы, сөнки юл тигеҙерәк булып китте. Киләһе этапта юлға асфальт түшәү ҡаралған.
Автор фотолары.