Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Март , 09:00

Ҡәҙерле ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ!

Һеҙҙе Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән ҡайнар ҡотлайым!

Был күркәм байрам юҡҡа ғына йылдың иң матур миҙгеленең башланыуы менән бәйле түгел. Тәбиғәттә бар тереклеккә йән өргән яҙ һымаҡ ҡатын-ҡыҙ ҙа йәшәү, илһам, матурлыҡ, ышаныс һәм яратыу сығанағы булып тора. Һөйөклө ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ – әсәйҙәребеҙ, өләсәйҙәребеҙ, ҡатындарыбыҙ, апай-һеңлеләребеҙ һәм ҡыҙҙарыбыҙ – һеҙгә сикһеҙ рәхмәт һүҙҙәре, һоҡланыу һәм хөрмәт белдерәбеҙ. Ҡәҙерле әсәйҙәребеҙ, беҙгә ғүмер биргәнегеҙ, тәрән аҡылығыҙ һәм сабырлығығыҙ өсөн һеҙҙең алда баш эйәбеҙ.

8 март байрамы көнөндә булған иғтибар һәм хәстәрлек һеҙҙе бер көн дә ташламаһын. Ҡәҙерле ҡатынҡыҙҙар, һеҙҙең тормошоғоҙҙа күберәк яҡты, йылы көндәр булыуын, балаларығыҙҙың һәм яҡындарығыҙҙың йыш ҡыуандырып тороуҙарын теләйем. Һеҙҙең матурлығығыҙҙы, нескәлегегеҙҙе һәм һөйкөмлөлөгөгөҙҙө бер ҡасан да бер нимә лә юймаһын.

Һеҙгә һәм яҡындарығыҙға сәләмәтлек, бәхет һәм мөхәббәт юлдаш булһын!


Азат ИШЕМҒОЛОВ, Ишембай районы муниципаль районы хакимиәте башлығы.

Автор:
Читайте нас: