“Алға” – сәскә атҡан Башҡортостанға!” проекты сиктәрендәге мәҡәләләр циклында “Торатау” гәзите уҡыусыларға махсус иҡтисади зонаның уникаль производстволары, уларҙың Ишембай ҡалаһы һәм районы иҡтисадына йоғонтоһо, эш урындары һәм экологик хәүефһеҙлекте булдырыу тураһында һөйләне.
Ә “Алға” махсус иҡтисади зонаһы тураһында һеҙ яҡшы беләһегеҙме? Викторинала белемегеҙҙе һынап ҡарарға тәҡдим итәбеҙ! Ҡушылығыҙ, ҡыҙыҡлы факттар тураһында белегеҙ һәм уңыш тарихының бер өлөшө булығыҙ! Еңеүселәр ҙур байрам ҡунаҡтары буласаҡ һәм лайыҡлы бүләктәр аласаҡ. Һорауҙарға яуаптарҙы 20 мартҡа тиклем “Торатау” гәзитенең электрон почтаһына – [email protected] ебәрергә кәрәк.
Алға - яңы асыштарға!
1.“Алға” махсус иҡтисади зонаһы ҡасан һәм кемдең башланғысы менән булдырылды?
2.“Алға” махсус иҡтисади зонаһы биләмәһендә урынлашыу резиденттарға биргән дүрт төп ыңғай яҡты атағыҙ.
3.“Алға” махсус иҡтисади зонаһының иң ҙур резиденттарын атағыҙ.
4.Ҡайһы илдәрҙең инвесторҙары “Алға” махсус иҡтисади зонаһы менән ҡыҙыҡһына?
5. “Алға” махсус иҡтисади зонаһы биләмәһендә төҙөлгән Рәсәйҙәге берҙән-бер ҡоролма нисек атала һәм ул нимә етештерәсәк?
6.Бөгөнгө көндә Ишембай районында “Алға” махсус иҡтисади зонаһында ниндәй предприятиелар эшләй?
7. Ниндәй саралар яңы производстволарҙың экологияға зыян килтермәүен гарантияларға мөмкинлек бирә?
8. Киләһе ике йылда ниндәй производстволарҙы асыу планлаштырыла?
9. “Алға” махсус иҡтисади зонаһында эшләгән предприятиелар хеҙмәткәрҙәренә ниндәй социаль ярҙам бирелә?
10. Рәсәй тимер юлдары, Метрополитен, Россети - был компанияларҙың ниндәй уртаҡлығы бар?
«Алға» - сәскә атҡан Башҡортостанға» проекты Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фонды ярҙамында БР Башлығы гранты иҫәбенә ғәмәлгә ашырыла.
#ГрантыРБ #ФСГОРБ #смигранты2025