Ураҙа тоторға көсө етмәгән ауырыу, зәғиф йә ҡарт мосолман һәр бер ҡалдырылған көн урынына бер фәҡирҙе туйғансы ашатырға йәки бер ашарлыҡ ризыҡ алырға етәрлек аҡса (фидиә) бирергә тейеш.
Әгәр Рамаҙан айы тамамланғас, был кеше һауыҡһа, ул ҡалған ураҙаларын тотоп бөтөргә тейеш. Был шулай уҡ күреме килгәндә йәки бала тапҡандан һуң ураҙа тоторға ярамаған ҡатын-ҡыҙҙарға ла ҡағыла.