Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Март , 17:00

Тәрән ағым

Ҡыуып етеп кенә булмай бит! Арыны, аяҡ табандары ташҡа баҫҡан һайын ауыртты, ә ҡыҙ, туҡтамай, һаман кәмәһен ҡыуҙы. Бына кәмәһе күҙҙән юғалды ла инде.

Тәрән ағым
Тәрән ағым

Етмеште тултырҙы быйыл Орҡоя ҡарсыҡ. Иҫәнлеге әллә ни шәптән булмаһа ла, ул ошо көнгә тиклем, йәшәрмен әле бер аҙ: ейәндәрҙе аяҡҡа баҫтыраһы бар, ата- әсәләре эштән бушамай, ҡышҡылыҡҡа аяҡ-ҡулдарына хәстәрләргә кеше юҡ, уныһын кем ҡайғыртыр, тип үҙ-үҙенә йәшәргә дәрт бирҙе.

Быйыл яҙҙан бирле ул күңеленең ғәҙәттәгенән төшөнкөрәк икәнлеген, ниҙелер һиҙенеүен тойғандай була. Юҡ, юҡ, тиһә лә, тыуған яҡтарына ҡайтаһы килеп, ҡайсаҡта йөрәктәре тулышып китә. Шунан йә бер танышы, йә бер йәштәше күҙ алдына килә. Шуларҙы уйлап, төрлө хәл-ваҡиғаларҙы иҫенә төшөрөп, уфылдап ҡуя.

Орҡоя сер һаҡлай торғандарҙан түгел ине. Элек-электән эсендәге тышында булды уның. Тик бына әлеге хәле хаҡында кемгәлер һөйләргә нишләптер һис кенә теләге юҡ, теле бәйләнгәнме ни. Һөйләһә, улы менән килене аңламаҫлыҡ кешеләр түгел дә бит, юғиһә, теле әйләнмәй. Орҡоя хатта үҙ-үҙенә аптырап ҡуя.

– Ниңә улай шымтайып ҡына йөрөйһөң әле, әсәй? Берәй нәмә булдымы? Әллә берәй һүҙ ишеттеңме? – тип һорай ҡуйҙы бер көн улы Зөфәр.

– Ю-у -ҡ, улым, юҡ. Бер нәмә лә булманы. Борсолма.

– Бәлки, ауылға ҡайтаһың киләлер? – тип килене лә һүҙгә ҡушылды. «Быларға туйҙырҙым, ахырыһы», – тип үпкәләргә лә йыйынғайны инде ҡарсыҡ, әммә аҡылы хистәр тулҡынын ваҡытында еңде:

– Ҡайтаһы килә тип, килен, ҡайтырмын әле, Алла ҡушһа. Эштәһегеҙ бит. Рөстәмде ҡалдыраһым килмәй, – тип һүҙен бөтөрҙө.

Ә бер көндә таңға ҡаршы төш күрҙе ҡарсыҡ. Алты-ете генә йәшлек сағы имеш. Юшатыр йылғаһы үҙенең көмөш һыуҙары менән йәйге ҡояш аҫтында шифалы йылыһын бөркөп ятҡан ҡырсынташлы ярҙарын иркәләй. Әллә күпме бала-саға һыу сәсрәтеш уйнай, ярҙа тәгәрәшә. Орҡоя ялан аяҡ, ялан баш төбө күренеп аҡҡан Юшатыр һыуында кәмә ағыҙып уйнай имеш. Бына ҡағыҙҙан яһалған кәмә ағымдың етеҙерәгенә эләкте лә әйләнә-әйләнә аҡты ла китте. Орҡоя, шул ағым менән ярышып, яр буйлап йүгерергә тотондо.

Ҡыуып етеп кенә булмай бит! Арыны, аяҡ табандары ташҡа баҫҡан һайын ауыртты, ә ҡыҙ, туҡтамай, һаман кәмәһен ҡыуҙы. Бына кәмәһе күҙҙән юғалды ла инде. Орҡоя: «Тотоғоҙ!» – тип ҡысҡырырға маташа, тауышы сыҡмай. Аҙаплана торғас, ҡарсыҡ уянып китте һәм аяҡтарының сәнсешеп ауыртыуын тойҙо. Әллә ысынлап та ауылға ҡайтып, Юшатыр ҡомонда дауаланып киләһе микән?.. Тубыҡтарын һыпырғылап, табандарын ыуа-ыуа, таңды ҡаршыланы ҡарсыҡ.

– Бөрлөгәнгә алып бар әле, улым, – тине ул иртән эшкә китергә йыйынып йөрөгән улына.

– Ярай, ярай, әсәй. Ямғыр яуып ебәрмәһә, ял көнө күмәкләп сығып китербеҙ.

– И-и-и, бөгөн шишәмбе генә. Ялға тиклем бик оҙаҡ бит.

Зөфәр ғәжәпләнеүен һиҙҙермәй генә әсәһенә ҡарап алды. Бер ҡасан да ҡабаландырмай торғайны бит Орҡоя балаларын. Зөфәр бер аҙ уйланып торғандай итте лә:

– Улайһа, әсәй, эштән иртәрәк бушаһам, бәлки, бөгөн үк алып барырмын, йәме, – тип ҡырынып торған еренән әсәһе яғына боролдо, һәм ҡарашы әсәһенең уға мөлдөрәп текәлгән сөм ҡара күҙҙәре менән осрашты. Был күҙҙәр аша Зөфәр донъялағы иң яҡын кешеһенең күңелендә һүҙҙәр менән әйтеп бирә алмаҫлыҡ ҡатмарлы хис-һағыштар, үткәндәр һәм киләсәк, һөйөү-борсолоуҙарҙың барыһы бергә бәйләнеп ҡайнауын йөрәге менән тойҙо. Тик бер ни ҙә һиҙҙермәне. Эшкә китте.

Улы менән килененең эштән ҡайтыуҙарын ниндәйҙер бер эске тулҡынланыу менән көттө Орҡоя ҡарсыҡ. Ҡатынын ҡалдырып Зөфәрҙең бер ҡайҙа ла йөрөмәүен белә ул. Үҙе шулай өйрәтте. Тик килененең эше генә ваҡытында бөтһөн, юғиһә, ҡайсаҡта ҡалып та эшләй ул. Ашарға ғәҙәттәгенән алдараҡ әҙерләп, өҫтәлгә ҡалаҡ, һауыттарҙы ла теҙеп ҡуйҙы. Биш минут та әрәмгә китмәһен. Ә бына Рөстәмде балалар баҡсаһынан алырға китешләй керерҙәр. Уны ла иртәрәк алырмын тип ниәтләгәйне, аяҡтары ныҡ һыҙлағанға күрә, уйынан кире ҡайтырға мәжбүр булды.

Ай-һай ваҡыт яй уҙа. Сәғәт теле һөйрәлеп килеп бишенсе яртыны күрһәтеүе булды, Орҡоя ҡарсыҡ тәҙрә алдына килеп ҡунаҡланы. Ҡолаҡтарын ҡаплап торған яулығын аса биреп, ғәҙәттә ишек артында кеше барлығын белдереп ишетелә торған таныш тауыштарҙы көтә башланы.

Көтөүҙән дә ауыр нәмә бар микән ул донъяла...

Дуҫ ҡарсыҡтары килмәгән, йә үҙе сығып күрешеп, һөйләшеп ултырмаған көндәре була Орҡояның. Шундай көндәрҙә хәтер һандығының аҫтын өҫкә килтерә ул. Өйҙә аулаҡ. Ҡамасаулаған әҙәм заты юҡ. Ә хәтер һандығы төрән, төпһөҙ, аҡтара башлаһаң, хәтирәләрҙең сигенә сығырлыҡ түгел. Абыстайға йөрөп һабаҡ алыуҙары, граждандар һуғышы башланғас, улар йәшәгән Яңы Аллабирҙе ауылының йә ҡыҙылдар, йә аҡтар ҡулына күсеүе, унан һуң, коммуналар була икән, тип хафаланған ата-әсәһенең әле яңы буйға етеп кенә килгән Орҡояны ҡаршылағы йорттан Ғәбделәхәт атлы егеткә йәрәшеүҙәре, колхозлашыу, Бөйөк Ватан һуғышы – ниҙәр генә юҡ унда. Шуныһы йәл, һандыҡты фани донъяла берәй яҡын кешеңә түкмәй-сәсмәй биреп ҡалдырып булмай икән шул. Ул тик Орҡояныҡы...

Ҡайттылар. Аллаға шөкөр. Икеһе лә. Ваҡытында. Ана, яҙғы япраҡ төҫөндәге машиналарынан килеп сыҡтылар.

II

– Әсәй, шул өсөнсө йыл барған йылға буйындағы туғайлыҡҡамы? – тип һораны Зөфәр әсәһенә борола биреп.

– Шунда инде, шунда. И-и ундағы бөрлөгән, һис кенә лә күҙ алдынан китмәй инде, – тине ҡарсыҡ эске бер шатлыҡ менән. Уның йөҙҙәре яҡтырып, бит остары алланып киткәйне. Улы башҡа берәй ергә барайыҡ тиһә, Орҡоя барыбер бынан өс йыл элек бөрлөгән йыйған урынға алып барыуын үтенгән булыр иде. Ҡарары ныҡ ине уның.

Ниңәлер һәр саҡ үҙенә тартып тора уны был урындар. Тип-тигеҙ йәшел туғайға иркә һыйынып Юшатырҙай ғына йылға сылтырап ағып ята. Туғайҙы ҡаплап үҫкән үлән шул тиклем йомшаҡ, үтәнән-үтә күренерҙәй наҙлы йәшел. Йылғаның аръяғында байтаҡҡа йәйелгән бөрлөгән ҡыуаҡлығы.

Зөфәр теге ваҡытта, балыҡ ҡаптырһам, тип резина кәмәһен дә алғайны, шул кәмәгә ултырып йылғаның икенсе ярына сығып рәхәтләнеп йыйғайнылар бөрлөгәнде. «Былай уңған бөрлөгәнде үҙ ғүмеремдә икенсе тапҡыр ғына күрәм әле мин», – тине Орҡоя ҡарсыҡ шул ваҡытта, етеҙ бармаҡтары менән күнәгендә ятҡан ҡара емештәрҙе һыпыра-һыпыра күҙҙәрен йыраҡҡа текләп. Гүйә, йыраҡта, офоҡ аръяғында, ул үҙенең шаулап үткән йәшлеген, ғүмерен ап-асыҡ күрә ине.

«Атайың бер көн шулай МТС-тан арып, һуң ғына ҡайтып керҙе, йыуынды, ашаны, – тине ҡарсыҡ үҙенән йыраҡ йөрөмәгән улына, – унан ағайҙарыңды икеһен ике тубығына ултыртып яратты, шаяртты, һин ул саҡта тыумағайның әле. Шунан мине үҙ янына саҡырҙы ла: «Орҡоя, әйҙә, иртәгә иртүк кенә Шишмәгә, Хөршиҙә апайымдарға барып ҡайтайыҡ. Турыға, йәйәүләп. Йә китеп барырмын, бронь тигәндәре ашлыҡты бураға кереткәнсе генә булыр ул... Фронтта эштәр шәптән түгел...» – тине.

Бына шунда йыйҙыҡ беҙ атайың менән бөрлөгәндең уңғанын. Салмыш туғайында», – тине ҡарсыҡ хисләнеп.

Күңеленең нескәреп китеүен йәштәр һиҙҙеме, юҡмы, әллә һиҙеп тә белгертмәнеме? Орҡоя үҙенсә, һиҙмәйҙәр, тип уйланы, яйлап ҡына хәбәрен һөйләй бирҙе. Зөфәренә ҡарап һуғышта ятып ҡалған ирен янындағылай тойоп күңеле талпынды ла, моңайҙы ла...

Ул көндә иҫенә төшкән хәтирәләр шул тиклем асыҡ, яҡты һәм саф ине, гүйә, Орҡоя ләйсән ямғырына ҡойоноп, киләһе көндәренә көс йыйып алды. Ана шул ҡояш нурҙары тулған бөрлөгәнле туғай, көмөш һыулы йылға, йылғаның бирге ярына һыйынып ултырған эреле-ваҡлы ағас өйҙәрҙән торған ауыл, мөңгөр-мөңгөр көтөүҙәр бөгөнгө көнгө тиклем Орҡояның күҙ алдынан китмәне. Тормош ҡайнап торған яҡын, шул уҡ ваҡытта йыраҡ та өйҙәр эсендә ауылдаштарын күргәндәй булды.

Һуңғараҡ уйҙары саҡ ҡына тыуған яҡтарына ҡайта башлаһа, күҙ алдына ошо туғай, ауыл килер булды. Әле лә шул яҡтарҙа йөрөп ҡайтһалар, үҙен ауылында булып килгәндәй хис итер, күңеле тынысланыр төҫлө ине Орҡояға. Шуға ла ул юлға тулҡынланып, дәртләнеп әҙерләнде. Ана бит, сығып йүгерерҙәй булып тирә-яҡты машина тәҙрәһенән ҡарап килә.

Килеп тә етәләр инде. Ана, ауыл да күренде. Бөрлөгән йыя алмаһа ла, бер аҙ һауа һулап, йылға тауышын тыңлап ултырыр Орҡоя. Ҡала ҡала инде ул. Тупраҡ еҫе, тыныслыҡ юҡ бит унда.

Ауыл урамына кермәй, артлап, туғайға тура үтергә булды Зөфәр. Әммә туғайға төшә торған һөҙәклеккә етте лә машинаһын шып туҡтатты ул. Туғай юҡ ине. Туғай ҙа юҡ, көмөш йылға ла юҡ, йылға ярындағы бөрлөгәнлек тә юҡ. Күҙ күреме ерҙә ҡарағусҡыл һыу, һыу, һыу...

Йөрәге әрнеүҙән саҡ ыңғырашып ебәрмәне Зөфәр. Ниңә алдан үҙе генә килеп китмәне һуң ул? Нисә тапҡыр һыуҙы күтәрәсәктәре тураһында ишетте бит, юғиһә.

Юҡ! Ошо тиклем гүзәллектең һыу аҫтында ҡалғанына ул үҙе лә ышана алмай торҙо, күргәне башына һыйманы.

Зөфәр юғалып ҡалды. Артабан ни булырын уйларлыҡ көсө юҡ ине уның. Килеп еттек, тип машинанан сығырға йыйынған әсәһенә ҡарап ҡатты. Ни эшләр ул? Ни эшләр? Аяҡтарының һыҙлауҙарын да онотоп, талпынып килгәйне лә бит...

Ниндәйҙер бер ғәйепле төҫ менән Зөфәр әсәһенә машинанан сығырға ярҙамлашты... үҙе уның йөҙөнә ҡараны.

– Ниңә арыраҡ, яҡыныраҡ барманың? – тине әсәһе әлегә тирә-яғын абайламайынса. Шунан турайып баҫты, бараһы яҡҡа күҙ ташланы. Йәшел туғай урынында ҡарайып ятҡан һыуҙы күреп, йөҙҙәре үҙгәреп, һыу төҫөнә керҙе, быуындары бушап хәлһеҙләнеп кипе, тәрән итеп көрһөндө. Ләм-мим, бер һүҙ ҡатманы.

Шунан Орҡоя яйлап ҡына сирәм өҫтөнө ултырҙы. Ҡасандыр бөҙрәләрен елгә тибрәлдереп шаярған, бөгөн иһә һыу эсенән ҡороған ботаҡ-ҡулдарын күккә ярҙам һорағандай һуҙған ҡайындарҙың ҡара баштарына, әллә күпме хәтфәле туғайҙарҙы баҫып алған һыуға ҡарап телһеҙ ҡалды.

Уның күҙ алдына һыу аҫтында ҡалған йылға, тәрән ағым килде. Тик ул, ер өҫтөндә аҡҡандағы кеүек, ҡояш нурҙарына иркәләнеп, күҙҙәрҙе ҡамаштырып шаярмай ине.

Өҫтөн ҡалын ауыр һыу ҡатламы баҫҡан был ағымды кешеләрҙең башҡаса күрмәйәсәген, ваҡыт үтеү менән ер йөҙөндә, ошо урында, ҡасандыр ҡыҙҙарҙың һалмаҡ толомолай тирбәлеп ғәжәйеп сибәр бер йылға аҡҡанын баштарына ла килтермәйәсәктәрен Орҡоя ап-асыҡ итеп күҙ алдына килтерҙе. Йәшлеге, бөрлөгәнлек, Ғәбделәхәте, барлыҡ ғүмере, Юшатыры ошо ҡотһоҙ һыу төбөндә ҡалған тәрән ағым булып тойолдо ута. Өмөттөре киҫелде Орҡояның. Хәл алырға тип, тағы ла бер аҙ йәшәр өсөн йыраҡтарҙан яҡтыртып торған шәмдәй көс биреп торор тип юлланғайны ла бит ул был туғайға...

Бер һүҙ ҙә әйтмәне, өндәшмәне Орҡоя. Күңеле генә һулҡылданы, иланы...

Ә өйҙәренә ҡайтып еткәс, арыным, тип ятҡан урынан башҡа тора алманы ул.

 

 

Фото: Айһылыу Вахитова

Автор:Фирҙәүес БӘШИРОВА.
Читайте нас: