Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Февраль , 10:00

Изге күңелдән!

Ҡәҙерле яҡын кешебеҙ – әсәйебеҙ, ҡәйнәбеҙ, өләсәйебеҙ ЮЛҒОТЛИНА Шәрифә Хаммат ҡыҙы 2 февралдә матур юбилейн ҡаршылай.

Изге күңелдән!
Изге күңелдән!

Лайыҡлы, үҙ аяғында ныҡ баҫып тороусы, үҙ-үҙен тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, күтәреп, бөгөнгө матур тормошта балҡып йәшәүсе, шәхси эшҡыуар булып эшләп йөрөүсе әсәйебеҙ менөн ысын күңелдән ғорурланабыҙ һәм уның тормошона һоҡланабыҙ.

Беҙҙең ҡәҙерлебеҙ «тау ҡыҙы» булғанғалыр, сая йөрәкле, ҡурҡыу белмәҫ, тапҡыр һүҙле, киң күңелле кеше.

Оҙаҡ йылдар етәксе булып эшләү дәүерендә лә һәр хеҙмәткәргә иғтибарлығы, ярҙамсыллығы, ғәҙеллеге менән ярҙам итеүе менән айырылып торҙо. Ул әле лә шундай кеше.
Атайыбыҙ Урал Әбдрәхим улы менән ике ул үҫтерҙеләр, әлеге мәлдә улар белем алып, юғары урындарҙа эшләп йөрөйҙәр. Әсәйебеҙ менән атайыбыҙ – дүрт ейәнсәргә, бер ейәнгә бәхетле олатай-өләсәй.

Ҡәҙерле әсәй! Оҙаҡ йәшә, иңдәреңдәге шәфҡәт фәрештәһе һине бер ҡасан да ташламаһын. Биргән фатихаларың, уҡыған доғаларың фәрештәләр булып беҙгә ирешһендәр. Балаларыңдың, ейән-ейәнсәрҙәреңдең хәсрәтен күрмә, улар һиңә тик ҡыуаныслы хәбәрҙәр генә килтерһен.

Тыуған йортобоҙҙоң тәҙрәләрендә уттар янып торһон, өҫтәлеңдә ҡайнар сәйең, йылы ҡарашың менән оҙон-оҙаҡ беҙҙе беҙҙе ҡаршы алып ҡыуанып йәшәргә яҙһын.
Беҙ һине яратабыҙ! Әсәйебеҙ, бәхетле, һаулыҡлы ғына ғүмер теләйбеҙ һиңә.


Иң изге теләктәр менән балаларың.

Изге күңелдән!
Изге күңелдән!
Изге күңелдән!
Автор:
Читайте нас: