Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Февраль , 21:55

Изге күңелдән!

Сәлих ауылында йәшәгән ҡәҙерле әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ Разия Миниғужа ҡыҙы МИФТАХОВАны оло юбилейы - 90 йәше менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ!

Хоҙайҙан һорап алдағы тормошоңда һаулыҡ, оҙон ғүмер, бәхетле ҡартлыҡ теләйбеҙ. Беҙҙе шатландырып йәшә лә, йәшә, әсәй!

Йәшәү шатлығы һин беҙҙең өсөн,

Үтер юлыбыҙҙа үрнәк һин.

Сабырһың да, оло йәнле лә һин,

Беҙҙең өсөн һәр саҡ кәрәк һин.

Рәхмәт, әсәй, барыһы өсөн дә,

Беҙ бәхетле һинең яныңда.

Йәшә мәңге ҡәҙер-хөрмәттә,

Тормош йәмле тик һин булғанда!

Иң изге теләктәр менән ҡыҙың Рәйлә, Рәмзиә, улың Юлай,  килен-кейәүҙәрең, ейән-ейәнсәрҙәрең.

Изге күңелдән!
Изге күңелдән!
Автор:
Читайте нас: