2025 йылда Аждаһаны йәшел төҫтәге ағас Йылан йылы алмаштырасаҡ – ул тыныслыҡ һөйөүсе йән эйәһе. Йыланға тапҡырлыҡ һәм тыныслыҡ хас, ә уҫаллыҡ, агрессия һәм ике йөҙлөлөктө бөтөнләй яратмай. Шуға ла киләһе йыл яҡшы өмөттәр аҡланһын өсөн уға оҡшарға тырышырға кәрәк: эшләгәндә ашыҡмаҫҡа, кәрәкмәгән ығы-зығынан ҡасырға, үҙегеҙҙең ғәмәлдәрегеҙҙе ентекләп уйларға. Яҡындарығыҙ менән аралашҡанда, айырыуса, иғтибарлы булыу мөһим – һеҙҙең уйламай әйтелгән һүҙегеҙ уларҙы бик ныҡ “сағырға” мөмкин.
СЫСҠАН (1936, 1948, 1960, 1972, 1984, 1996, 2008, 2020).
Башты әйләндерерлек яңылыҡ көтөлмәһә лә, йыл уңышлы булырға оҡшаған. Уның аңлы һәм үҙ аллы ҡарар ҡабул итеү һәләте тормош мәшәҡәттәрен юғалтыуһыҙ үтеүгә булышлыҡ итер. Ә бына сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыу, дөрөҫ туҡланыу һис тә зыян итмәҫ. Алда – күпме мөһим аҙымдар, үҙгәрештәр. Тик был бәхет тормош юлының яңы битен асырға теләгән ҡыйыуҙарға ғына йылмаясаҡ.
ҮГЕҘ (1937, 1949, 1961, 1973, 1985, 1997, 2009, 2021).
Ныҡышмал, ал бирмәҫ Үгеҙҙе Йылан хөрмәт итә. Шуға улар ныҡлы ышаныс менән алға атлай ала. Ауыр ғына мәсьәләләрҙе еңел хәл итеп, ғаиләлә лә, эштә лә уңышҡа өлгәшәсәктәр. Бары уйламай әйтелгән һүҙҙән, аҙымдан һаҡланырға тырышығыҙ. Был тиҙ роман һәм романтик мауығыуҙар осоро. Әммә етди бер нәмә лә көтмәгеҙ һәм һаҡ булығыҙ, артыҡ мауығып китмәгеҙ.
ЮЛБАРЫҪ (1938, 1950, 1962, 1974, 1986, 1998, 2010, 2022).
Йылан көрәшсән рухлы, батыр йөрәкле Юлбарыҫты үҙенә тиң күрә һәм ҡаршылыҡтар менән мәшәҡәтләмәҫ. Киреһенсә, күңелле итеп ваҡыт уҙғарыуға мөмкинлек бирер. Шулай ҙа ата-әсәйегеҙ, балаларығыҙ һеҙҙең ярҙамға, яҡлауға мохтаж икәнен тойорһоғоҙ. Төп иғтибарығыҙҙы ғаиләгә йүнәлтергә тура килер.
ҠУЯН (1939, 1951, 1963, 1975, 1987, 1999, 2011, 2023).
Ҡуяндар тотороҡһоҙ йылға аяҡ баҫа. Уларҙың изгелеклеген, ярҙамсыллығын, йомшаҡлығын күптәр үҙ мәнфәғәтендә файҙаланырға әҙер торасаҡ. Тәүге ярты йыл әүҙем эшмәкәрлек менән үтһә, икенсе яртыһында тотороҡлораҡ, тынысыраҡ тормош көтә. Карьерала “ҡуяндар”ҙы уңыш көтә. Ныҡыш, көслөләр ҡуйған маҡсаттарына ирешәсәк.
АЖДАҺА (1940, 1952, 1964, 1976, 1988, 2000, 2012, 2024).
Йылан Аждаһаға мауыҡтырғыс та, шауҡымлы ла ваҡиғаларға бай йыл вәғәҙә итә. Улар, артыҡ эш менән үҙҙәрен хафаламай, күңел асыуға күберәк ваҡыт бүләсәк. Аждаһаларға күберәк хәрәкәтләнергә, әүҙем тормош алып барырға кәңәш ителә. Йәйәү йөрөү, күнекмәләр менән шөғөлләнеү һәйбәт булыр. Һөйгән йәрен таба алмағандарға үҙ тиңен табыу мөмкинлеге ҙур.
ЙЫЛАН (1941, 1953, 1965, 1977, 1989, 2001, 2013, 2025).
Йондоҙнамә йыл хужаһына сағыу, онотолмаҫ тәьҫораттар юрай. Шәхси тормошта ла, һөнәри эшмәкәрлектә лә ҡыйыу аҙымдар яһай алаһығыҙ, барыһы ла тик үҙегеҙҙең теләктән һәм тырышлыҡтан тора. Яуаплы һәм етди ҡарарҙар ҡабул итеү осоро. Маҡсаттарҙы теүәл билдәләп, киләсәкте хәстәрләү, матди хәлде яҡшыртыу бурысы алға баҫыр.
ЙЫЛҠЫ (1942, 1954, 1966, 1978, 1990, 2002, 2014).
Иҫтә ҡалырлыҡ, бәрәкәтле йыл. Йылан егәрле Йылҡыға тормошон ҡырҡа үҙгәртергә мәжбүр иткән мөһим һәм уңышлы осрашыуҙар вәғәҙә итә. Ул ҡайҙа ла иғтибар үҙәгендә буласаҡ. Әммә мөхәббәт өлкәһендә бер аҙ тотҡарлыҡ күҙәтеләсәк. Шуға яңы танышлыҡ булдырып, башығыҙҙы юғалтырға ашыҡмағыҙ. Был йәһәттән һәр
башланғыс уңышһыҙлыҡҡа дусар.
ҠУЙ (1943, 1955, 1967, 1979, 1991, 2003, 2015).
Йылан йылы ҡаршылыҡтар ебәреп, көсөгөҙҙө һынамаҡсы. Ауыр һынауҙарҙы лайыҡлы үтеү өсөн аҡыл, ныҡлыҡ, сабырлыҡ талап ителер. Сәләмәтлеккә иғтибар йүнәлтмәйенсә лә мөмкин түгел. Ҡуй йылында тыуғандар ал-ял белмәйенсә хеҙмәт итергә лә, һаулыҡтарын хәстәрләргә лә мәжбүр булыр.
МАЙМЫЛ (1944, 1956, 1968, 1980, 1992, 2004, 2016).
Маймыл өсөн үҙгәрештәр һәм күңелле кисерештәр менән һуғарылған йыл тыуа. Маймыл Йыланға көлөбөрәк ҡарай. Ҡаршылыҡтарҙы уйын кеүек ҡабул иткәнгә, Маймыл өсөн йыл әллә ни ҡатмарлы тойолмаҫ. Әлбиттә, асыу һәм бәхәс уятҡан тетрәнеүле минуттар ҙа булыр. Шулай ҙа киләһе йыл бәхет, муллыҡ алып киләсәк.
ӘТӘС (1945, 1957, 1969, 1981, 1993, 2005, 2017).
2025 йыл һеҙгә яңы, төрлө мөмкинлектәр бирә. Эш, ижад менән бәйле мауығыу уңышҡа, матди мөмкинлектәргә юл асһа, ҡомарлы уйындар көрсөккә төшөрөү ҡурҡынысы менән янай. Мөхәббәт менән ылығыу ысын һынауға әйләнәсәк. Уның йоғонтоһона бирелеү Әтәстең күңел торошона, киләсәгенә тәьҫир итеүе бар.
ЭТ (1946, 1958, 1970, 1982, 1994, 2006, 2018).
Аждаһа йылында Эттең тормошонда йылдам алға китеш һиҙелгәйне. Яңы йыл мәшәҡәтлерәк булырға оҡшаған. Бөтәһе лә һеҙҙән аңлау, ярҙам талап итеү генә түгел, киләсәккә ниндәйҙер өмөт тә бағлаясаҡ. Әммә ышаныстарҙы аҡлау күптәрҙең ҡулынан килмәҫкә лә мөмкин. Ныҡлыҡҡа, тотороҡлоҡҡа һынаған ауыр йылдарҙың береһе.
СУСҠА (1947, 1959, 1971, 1983, 1995, 2007, 2019).
Йылан йылы, ҡыҙыҡлы һәм файҙалы осрашыуҙар менән бер рәттән, Сусҡаға ҙур ғына килем вәғәҙә итә. Ҡорған маҡсаттарығыҙ тормошҡа ашыр. Ошоғаса кисеп сыға алмаҫтай тойолған даръялар ҙа еңел генә үтелер. Әйтерһең дә, артҡа һөйрәгән сылбырҙар сиселеп, күңел донъяғыҙ яңы мәғәнә, балҡыш менән тулыр. Үҙегеҙҙе ирекле, ышаныслы, бәхетле хис итерһегеҙ.
Фото «Кандински» программаһы ярҙамында эшләнде