Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Декабрь , 17:10

Изге күңелдән!

Аҙнай ауылында тыуып-үҫеп, Ишембай ҡалаһында йәшәүсе ҒӘБИТОВА Гөлгөнә Минеғәле ҡыҙын 45 йәшлек күркәм юбилейы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!

Изге күңелдән!
Изге күңелдән!

Йөрәк түренән сыҡҡан иң изге теләктәребеҙҙе еткереп, һинең ихлас күңелле, ҙур йөрәкле, йомарт икәнеңде бар ғаләмгә ишеттергебеҙ килә.

Беҙҙең яратҡан, хөрмәт иткән Фәрғәт абызыйыбыҙға оло терәк һәм уның йәтим ҡалған өс балаһына әсәй булыу вазифаһына ышаныслы аҙым яһап йәшәүеңә 21 йыл үтеп тә киткән. Бергә йәшәү дәүерегеҙҙә ике батыр улыңа ғүмер бүләк итеп, 5 баланы ел-дауыл тигеҙмәй аяҡҡа баҫтырҙығыҙ. Ошо үҫтергән емештәрегеҙҙең изгелек-мәрхәмәтенә ҡойоноп, ҡәҙер-хөрмәт күреп, артабан да бәхетле тормошта йәшәүеңде теләйбеҙ. Һәр ваҡыт шулай тормош матурлығына ҡыуанып, йөҙөңдәге алсаҡлығыңды юғалтмай, күңелеңдәге ихласлыҡты һаҡлап йәшә. Яҡындарыңа, балаларыңа өләшкән йөрәк йылың, иғтибарың үҙеңә лә изгелектәр булып ҡайтһын. Аллаһы Тәғәлә ғүмереңә бәрәкәт, шәфҡәтле йөрәгеңә көс, йәшәү дәрте бирһен, сәләмәтлектән айырмаһын.

Күҙ нурҙарын түгеп, күңел биреп,
Төн йоҡламай ҡарап үҫтерҙең,
Хәҙер һинең ғәзиз балаларың
Шатлыҡ-ҡыуаныстар килтерһен.


Иң изге теләктәр менән Гөлсәсәк апайың, Руслан һәм балалар.

Изге күңелдән!
Изге күңелдән!
Изге күңелдән!
Изге күңелдән!
Изге күңелдән!
Изге күңелдән!
Автор:
Читайте нас: