Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Декабрь , 09:00

Үҙегеҙ коллаген яһап ҡарағыҙ!

Блогер Гөлфиә Мөхәмәтдинованан коллаген яһау рецебын тәҡдим итәбеҙ

Үҙегеҙ коллаген яһап ҡарағыҙ!
Үҙегеҙ коллаген яһап ҡарағыҙ!

Сәләмәт йәшәү, дөрөҫ туҡланыу һәм комплекслы гимнастикалар буйынса үҙ марафондарын үткәргән блогер Гөлфиә Мөхәмәтдинова үҙе һөйәкле иттән эшләгән бик шәп коллаген тәҡдим итә. Әйҙәгеҙ, беҙ ҙә уны эшләп ҡарайыҡ һәм ҡулланайыҡ.

"Коллаген. Хәҙерге ваҡытта коллагендың ниндәй генә төрө юҡ! Желе кеүеген дә, порошоклыһын да алырға була. Ә мин һеҙгә үҙегеҙ һөйәкле иттән эшләгән коллаген тәҡдим итер инем! Ни өсөн? Сөнки уны организм 100% үҙләштерә!
Шулай уҡ унда:
1. Глицин аргинин, пралин, гутамин кеүек аминокислоталарҙан торған аҡһым бар. Был аҡһым коллаген була. Шул коллаген беҙҙең организмға кәрәк!

2. Кальций, фосфор, магний минералдары һөйәкте нығытырға ярҙам итә.

3. Хондроитин сульфат, глюкозамин һәм МСМ быуындар өсөн файҙалы (кемдең быуыны һыҙлай, мотлаҡ эшләп эсергә кәрәк).

4. Коллаген пептидтары һәм желатин, эсәктәрҙең һаулығын, дөрөҫ эшләүен тәьмин итә.

5. Сәстәрҙең,тырнаҡтарҙың һаулығын, матурлығын һаҡлаусы аминокислоталар бар.

Үҙең эшләгән тәбиғи коллаген!

Нисек эшләргә?

1. Һөйәкле ит алабыҙ ҙа (тояҡ түгел, ә тубыҡ һөйәге) сайып, сөгөнгә (сөгөн һауытҡа һалып) һыу һалып, утҡа ҡуябыҙ.

2. Ҡайнап сыҡҡас, күбеген һөҙөп алып, 2 ҡалаҡ алма уксусы (һөйәктең туҡлыҡлы матдәләрен сығара), тоҙ, бер кишер, бер һуған (йомро көйөнсә) һалып талғын утта 7-8 сәғәт ҡайнатабыҙ.

3. Шунса ваҡыт үткәс, һөйәктең елек майы, һеңерҙәрен мөнйөйбөҙ. Ә һурпаһын һөҙәбеҙ.

4. Һөйәкле һурпа (костный бульон) һыуытҡыста ике-өс көн генә һаҡлана. Мин шуға силикон һауыттарға һалып, туңдырғысҡа ҡуям.

Нисек ҡулланырға?

Ҡарабойҙай йә былау бешергәндә ошо һурпаны һалып ебәрергә. Һурпаның үҙен эсергә. Мин иртән күнекмәгә тиклем асығам, 4-5 кубикка эҫе һыу ҡойоп, иретәм дә эсәм. Мөмкин перекус урынына ла ошолай эсеп алырға. Ҡорот һалып ебәрһәң, тағы ла тәмлерәк була.

 

Фото һәм сығанаҡ: Гөлфиә Мөхәмәтдинованың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.

Автор:"Башҡортостан" гәзитенән
Читайте нас: