Ирина Илшат ҡыҙы Кинйәбулат ауылында тыуған. Ул бәләкәйҙән атай-әсәйһеҙ, олатай-өләсәй тәрбиәһе аҫтында үҫә. Мәктәп йылдарында төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнаша,
йырлай ҙа, бейей ҙә. Артур Мөхәмәтйәнов етәкселегендәге “Тәйрүк” ансамбленә йөрөп, “Байыҡ” телевизион конкурсының һәм башҡа бәйгеләрҙең призлы урындар яулаусыһы ла. Ирина тормош иптәше менән уртаҡ дуҫтары арҡылы таныша. Биксән егете Илмир Әхтәм улы һылыуҡайға тәү күреүҙән ғашиҡ була, ләкин быны оҙаҡ ҡына үҙендә сер итеп һаҡлап йөрөй.
- Минең үҙемдең дә буласаҡ тормош юлдашыма ҡарата тәү ҡараштан күңелем ятты. Уның күҙҙәрендә ҡайнар мөхәббәт, киләсәккә таяныс, йыуаныс таптым. Әлеге ваҡытта уйҙарым менән үткән йылдарға әйләнеп ҡайтҡанда йөрәгем алдамаған икәнен аңлайым, - тип хәтерләй Ирина Илшат ҡыҙы.
Йәштәр өйләнешкән йылды, полицейский булып эшләгән Илмирҙы Салауат районына ебәрәләр. Ирина иһә Малаяҙ училищеһында ашнаҡсы-кондитер һөнәрен үҙләштерә. Биш йылдан һуң Баймырҙиндар Ишембайға кире ҡайта. Илмир полицияның участка уполномоченныйы булып хеҙмәтен дауат итә, Ирина балалар баҡсаһында ашнаҡсы булып эшләй. Ситтән тороп Стәрлетамаҡ педагогия университетында педагогика һәм психология факультетында белем ала. Әлеге көндә Ирина һәм Илмир Баймырҙиндар өс ҡыҙ үҫтерә. Өлкәне Эмилияға 10 йәш булһа, Аделияға - 8, ә төпсөктәре Эльнараға тиҙҙән ике йәш тула. Ҡыҙҙар спортты үҙ иткән: Эмилия йөҙөүгә йөрөй, ә Аделия каратэ менән шөғөлләнә. Декрет ул балалар ҡарау ғына түгел, үҙ аллы үҫешеү ҙә, ти йәш әсәй. Бер ҙә буш торорға яратмай Ирина. Ҡалала үткән төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнаша, спорт менән шөғөлләнергә лә өлгөрә. Ваҡыты булғанда ҡул эштәре менән дә булыша, тәмлекәстәрҙән гөлләмәләр эшләй. Уларҙы яҡындарына бүләк итеп бирә.
- Үҙең ғүмер бүләк иткән балаларыңа һөйөнөп йәшәүҙән дә ҙур бәхет юҡтыр! Һәр балам ҡәҙерле лә, яғымлы ла. Ололар әйтмешләй: “Ҡайһы бармағыңды тотоп тешләһәң
дә, бер үк әрней”. Әсәй тип өҙөлөп тороусы балаларым, һәр яҡлап терәк-таяныс булған тормош иптәшем бар. Ҡатын-ҡыҙҙың бәхете шунда бит, - ти Ирина Баймырҙина.
Әйткәндәй, Ирина блогерлыҡты ла үҙ иткән. Билдәле блогер “Башҡорт хужабикәһе”нән курстар үтеп, артабан да ең һыҙғанып эшләргә илһам һәм белем алған.
- Интернет селтәрҙәрендәге сәхифәмдәге видеоларҙа минең көндәлегем, мауығыуым асып һалына. Геройҙарым - ҡәйнәм, ирем, туғандарым, балаларым. Видео яҙмаларымдың кешеләрҙе ҡыуандыра алыуы артабан да дәртләнеп эшләргә дәрт-дарман ғына өҫтәй, - ти Ирина.
Беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, Иринаны һәм башҡа барлыҡ әсәләрҙе мәртәбәле байрам менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ. Һеҙгә балаларығыҙҙың тормошта уңыштарға өлгәшеүен күреп, һәр ваҡыт шатлыҡҡыуаныстар ғына кисереүегеҙҙе теләйбеҙ. Үҫеп етеп, улар һеҙгә үҙегеҙҙән алған изгелек һәм наҙ менән генә яуап бирһендәр.
Фото шәхси архивтан.