Һәр беребеҙ өсөн иң яҡын, иң ҡәҙерле кеше - әсәй. Әсә һөйөүе һәм хәстәрлеге ғүмеребеҙҙең тәүге көндәренән үк йылыта һәм яҡлай, яҙмыштың текә боролоштарында беҙгә көс һәм ныҡлыҡ бүләк итә. Әсә булыу - оло бәхет һәм ҙур яуаплылыҡ, арыу-талыуҙы белмәй эшләү һәм балалары хаҡында хәстәрлек күреү.
Ҡәҙерле әсәйҙәр, изгелегегеҙ һәм йөрәкле кеше булыуығыҙ, күңелегеҙҙең тәрән аҡылы һәм йомартлығы өсөн рәхмәт һеҙгә. Һаулыҡ, бәхет, шатлыҡ-ҡыуаныстар һәм мөхәббәт һеҙгә! Балаларығыҙ, ейәндәрегеҙ, яҡындарығыҙ сәләмәт һәм бәхетле булһын!
Азат ИШЕМҒОЛОВ, Ишембай районы муниципаль район хакимиәте башлығы.
Фото «Кандински» программаһы ярҙамында эшләнде.