Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Ноябрь , 22:02

Еңеүселәр билдәле!

Дуҫтар! "Мин + "Алға"" слогандар конкурсы тамам, һөҙөмтәләрҙе иғлан итергә ваҡыт. Конкурс барышында беҙ илленән ашыу слоган ҡабул иттек. Уларҙа Ишембайҙа һәм районда йәшәүселәр өсөн «Алға» махсус иҡтисади зонаһы менән күрше булған ерҙәге ыңғай яҡтар ҡыҫҡа, аныҡ һәм сағыу билдәләнгән ине.

Еңеүселәр билдәле!
Еңеүселәр билдәле!

Әйтергә кәрәк, жюри ағзаларына иң яҡшы слогандарҙы һайлап алыу еңелдән булманы. Шулай итеп беҙҙең еңеүселәр:

1-се урын - 12-се лицейҙың 11 А класы уҡыусыһы Батыр Ғүмәров:

"Алға" беҙгә эш бирә,
Матур кейемдәр тегә.
"Алға" теккән кейем кейеп,
Йөрөрбөҙ бергә-бергә.

2-се урын - 12-се лицейҙың 8 Б класы уҡыусыһы Ғаяз Жданов:

Исемеңдә һинең есемең!
Еребеҙҙе беҙҙең биҙәһен
"Алға" тигән данлы исемең!

3-сө урын - Гөлнур Ҡотлоева:

Ағиҙел бик шәп аға,
Тулҡынын ярға ҡаға.
Халыҡҡа эш тәҡдим итә
Махсус биләмә "Алға".

Был слогандар фирма үлсәмен биҙәйәсәк, ә уларҙың авторҙары «Алға» айырым иҡтисади зонаһы резиденттарынан һәм «Торатау» гәзите редакцияһынан махсус бүләктәр аласаҡ.

Еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы киләһе йылдың яҙында "Торатау" гәзите ойошторасаҡ ҙур байрамда буласаҡ.

Беҙҙең төркөмдә сыҡҡан яңылыҡтарҙы күҙәтеп барығыҙ, дуҫтар!

«Алға» - сәскә атҡан Башҡортостанға» проекты Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фонды ярҙамында БР Башлығы гранты иҫәбенә ғәмәлгә ашырыла.

#ГрантыРБ #ФСГОРБ #смигранты2024

Автор:"Торатау" гәзите редакцияһы.
Читайте нас: