Күпселек малайҙар кеүек, Илшат Мансур улы ла бәләкәйҙән машиналар менән ҡыҙыҡһына. Шул саҡта уҡ, үҫкәс водитель буласаҡмын, тигән маҡсат ҡуя. Мәктәптә 9-сы класты тамамлағандан һуң, Салауат ҡалаһындағы Рәсәй ДОСААФ-ында уҡып, водитель танытмаһы ала. 2000 йылда хеҙмәт юлын Ҡолғона урман хужалығында башлай. Предприятие тарҡалғас, ауыл Советында урынлашҡан янғын һүндереү депоһында янғын һүндереүсе-водитель булып эшен дауам итә. Шул уҡ ваҡытта шәхси эшҡыуар Урал Ғөбәйҙуллинда ла водитель вазифаһын башҡара. Унда уға “Урал” машинаһы руле артында 16 йыл йөрөргә тура килә.
Әлеге көндә Илшат Вәлиев Ҡолғона ауыл Советында тәжрибәле водитель. Ул Chevrolet Niva автомобилен йөрөтә.
- Балалыҡ хыялым тормошҡа ашты. Хәҙер 24 йыл руль артындамын. Үҙемде башҡа өлкәлә күҙ алдына ла килтерә алмайым. Водитель һөнәре ауыр һәм яуаплы. Ҙур иғтибарлыҡ талап итә, - ти Илшат Мансур улы. Уның һүҙҙәре хаҡлы. Сөнки Ҡолғона-Ишембай юлдары водителдәргә еңел бирелмәй. Быға тиклем Маҡар ауылынан сыҡҡас та бормалы, эре таштарҙан торған юлды үтеүе бик тә ауыр ине. Бөгөнгө көндә ауыл халҡын ҡыуандырып ошо арауыҡта асфальт юл һалына башланы.
Әйткәндәй Вәлиевтар – ауылда һәр яҡлап өлгөлө ғаилә. Уҙаман тыуған ауылын ташлап ситкә китмәй, ҙур итеп йорт һалып, ҡатыны Зәлиә менән матур итеп донъя көтәләр, ҡош-ҡорт, мал-тыуар аҫрайҙар. Биш балаға ғүмер биргәндәр. Зәлиә ауыл дауаханаһында санитарка булып эшләй, әлеге көндә төпсөктәре менән декрет ялында. Өлкән ҡыҙҙары Лиана Стәрлетамаҡта дауаханала шәфҡәт туташы булып эшләй.
- Шофер булыу - руль борғолау ғына түгел. Күптәрҙең был эшкә сабырлығы етмәй. Илшат Вәлиев эшен теүәл, аныҡ башҡара. Машинаны ҡарап, тәрбиәләп кенә тота, һөнәренең нескәлектәрен төплө белә, - ти уның хаҡында хеҙмәттәштәре.
Фото ғаилә архивынан.