Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Октябрь , 13:00

Ҡала хакимиәтенә башлыҡ һайланды

16 октябрҙә Ишембай районы хакимиәтенең ҙур залында алтынсы саҡырылыш ҡала биләмәһе Советының өсөнсө ултырышы үтте.

Ҡала хакимиәтенә башлыҡ һайланды
Ҡала хакимиәтенә башлыҡ һайланды

Сарала депутаттар, район-ара прокуратура вәкилдәре, хакимиәт башлығы урынбаҫарҙары, идарасы компаниялар етәкселәре һәм башҡалар ҡатнашты. Көн тәртибендә ҡала хакимиәтенә башлыҡ һайланды. Конкурс шарттары буйынса, был вазифаға өс кандидатура тәҡдим ителгәйне. Депутаттар бер тауыштан Илшат Шакировты һайлап ҡуйҙы. Илшат Салауат улы ҡала хакимиәте башлығы итеп икенсегә һайлана. Тантаналы рәүештә ҡала Советы рәйесе Салауат Солтанморатов менән яңы башлыҡ алдағы 4 йылға контракт төҙөнөләр. Депутаттар Илшат Салауат улына артабан да ҡала үҫеше, халыҡ мәнфәғәте өсөн һөҙөмтәле эшләргә яҙһын, тип уңыштар теләне.


Автор фотоһы.

Автор:Миля Мазитова
Читайте нас: