Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Май указдары тарафынан раҫланған “Һаулыҡ һаҡлау “ милли проектына ярашлы төҙөлгән заманса табип амбулаторияһы үҙ ишектәрен асты. Һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы Ҡолғона, Иҫке Һәйет, Яңы Һәйет, Ялтаран, Кәбәс, Ҡалыу Айры ауылдарында йәшәүсе меңгә яҡын кешене хеҙмәтләндерәсәк.
Шулай уҡ ауылда янғын һүндереү һәм башҡа социаль хеҙмәттәр техникаһы өсөн тәғәйенләнгән күп функциялы бокс асылды. Сара ауыл мәҙәниәте йортонда республиканың билдәле артистары һәм райондың ижади коллективтары тарафынан әҙерләнгән сағыу концерт менән тамамланды.
Автор фотолары һәм видеоһы.