Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Октябрь , 09:00

Хөрмәтле ишембайҙар!

Һеҙҙе Республика көнө – Башҡортостан Республикаһының дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул ителгән көн менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ!

Хөрмәтле ишембайҙар!
Хөрмәтле ишембайҙар!

Заманса республикабыҙ бөйөк Рәсәй составында яңырыу юлы буйлап ышаныслы алға бара. Сәнәғәт һәм ауыл хужалығын үҫтереү, мөһим социаль программаларҙы тормошҡа ашырыу Башҡортостанда булған бай иҡтисади һәм инновация потенциалдың һөҙөмтәле тормошҡа ашырылыуы хаҡында һөйләй. Бөгөн беҙҙең республика Рәсәй Федерацияһының терәк төбәге, милләт-ара һәм конфессия-ара татыулыҡтың һәм тотороҡлолоҡтоң сағыу миҫалы булып тора. Уның барлыҡ ҡаҙаныштарында Ишембай районы халҡының да тос өлөшө бар.

Хеҙмәтегеҙ, илһөйәрлегегеҙ һәм тыуған яҡҡа  һөйөүегеҙ өсөн ихлас рәхмәт һүҙҙәрен ҡабул итегеҙ. Муниципаль район һәм республика артабан да сәскә атһын, ә һәр ишембайлының тормошо шатлыҡ, иртәгәһе көнгә ышаныс менән тулы булһын. Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, бәхет һәм именлек теләйбеҙ!


Галина БАКАНОВА, Ишембай районы муниципаль районы Советы рәйесе.

Рәмил АБДУЛЛИН, Ишембай районы муниципаль районы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы.

 

Фото: https://vk.com/rdschool12

Автор:
Читайте нас: