Яңы тәҙрәләр ҡуйылғас, кескәйҙәр өсөн ҙур булмаған байрам ойошторолдо.
- Был бик уңышлы проект, хыялдарыбыҙҙы тормошҡа ашырырға ярҙам итә. Уның сиктәрендә балалар баҡсаһында 39 пластик тәҙрә ҡуйылды, - тип уртаҡлашты ата-әсәләр комитеты рәйесе Рита Латыпова. – Әлбиттә, артабан да был программала ҡатнашырға теләк ҙур. Балалар баҡсаһы тирәләй асфальт түшәтер инек, сөнки тротуарҙар иҫке, соҡорҙар бар, балаларҙың абынып йығылыуы ихтимал.
Проекттың дөйөм суммаһы 1 500 000 һум тәшкил иткән, шул иҫәптән республика бюджетынан – 1 136 000 һум, муниципаль бюджеттан 182 000 һум бүленгән. Урындағы халыҡ 91 000 һум йыйған, бағыусылар – шәхси эшҡыуар Минеғолов менән шәхси эшҡыуар Байчук 91 меңлек ярҙам күрһәткән.
- Мин был балалар баҡсаһында 39 йыл эшләйем. Беҙ һәр ваҡыт яңы тәҙрәләр тураһында хыялландыҡ, сөнки иҫкеләре учреждение бинаһы төҙөлгәндән бирле алмаштырылмаған, - ти тәрбиәсе Светлана Расстроева. – Хәҙер балалар баҡсаһы йәмләнеп, яҡтырып ҡалды, йылы бүлмәләрҙә кескәйҙәргә лә күңелле. Улар ваҡыттарының күп өлөшөн ошонда үткәрә. Проекттың мөһимлеген аңлаған һәм ярҙам иткән ата-әсәләргә рәхмәтлебеҙ.
Автор фотолары.