Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Октябрь , 15:00

Ағас ултыртыу - изге ғәмәл!

Бөгөн, 4 октябрь, Уҡытыусылар көнө айҡанлы Кинйәбулат ауылы мәктәбендә изге эш ойошторолдо: мәктәп ихатаһына күк шыршылар ултыртылды. 

Иң тәүҙә Салауат хәҙрәт доға ҡылып, уҡыусыларға был эштең изге ниәттән булыуын аңлатып үтте. Сарала шулай уҡ ағинәйҙәр, ветеран-уҡытыусылар ҙа ҡатнашты.
 
- Был үҫентеләрҙе Бөйөк Ватан һуғышында, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙ иҫтәлегенә ултырттыҡ. Ошо обелискты төҙөүгә күп көс һалған хөрмәтле ауылдашыбыҙ, геолог разведкала эшләгән Юнир Тимербулатовты ла иҫкә алып, ағастың береһен уның хөрмәтенә бағышланыҡ, -  - тип уртаҡлашты мәктәп директоры Шайморат Ғиниәтуллин.
 
Изге көн - йомала ултыртылған ағастар дәррәү үҫеп китһен, донъялар тыныс булһын, балалар матур тәрбиә алып үҫһен, тигән теләктә мәктәп коллективы.
Ағас ултыртыу - изге ғәмәл!
Ағас ултыртыу - изге ғәмәл!
Ағас ултыртыу - изге ғәмәл!
Ағас ултыртыу - изге ғәмәл!
Ағас ултыртыу - изге ғәмәл!
Ағас ултыртыу - изге ғәмәл!
Ағас ултыртыу - изге ғәмәл!
Ағас ултыртыу - изге ғәмәл!
Автор:Гөлназ Ғиниәтуллина
Читайте нас: