Ҡалыу-Айры ауылында тыуып-үҫкән егет өс йыл ГДР-ҙа әрмелә хәрби бурысын үтәй. Йәш һалдат командирына үҙенең водителгә уҡыу теләге барлығын белдерә. Командиры уға: “Әгәр хәрби округтың ярышында автоматтан отличноға атып бар сәпкә лә тейҙереп командаға еңеү алып килһәң, уҡырға рөхсәт бирәм”, тигән шарт ҡуя. Ғилметдин талапты теүәл үтәп, водитель һөнәренә уҡып сыға, армияла машина йөрөтә, беренсе класлы водитель дәрәжәһенә етә. Хеҙмәтен тултырғас та тырыш егеткә шул часта ҡалырға тәҡдим итәләр.
- Баш тарттым. Ауылды, әсәйемде уйланым. Ундағы тормоштоң беҙҙең ауыл тормошонан ныҡ айырылыуына ғәжәпләнә торғайным, - ти ғүмерен тыуған ауылына бәйләгән Ғилметдин Ғәрәфетдин улы Хәйҙәров. Тыуған яғына ҡайтҡас билдән ҡар кисеп ағас ҡырҡа, шофер, моторист булып эшләй. Утыҙ йылға яҡын Ишембай леспромхозының Ҡалыу-Айры участкаһында мастер була. Ауылдаштары уны ауыл Советы, район Советы депутаты итеп һайлап, ышанысын белдерәләр.
Халыҡтың көнкүрешен яҡшыртыуға ваҡытын да, көсөн дә йәлләмәй һәләтле, белемле етәксе.
- Райсоветҡа ла эшкә саҡырҙылар, ауылымды ташлап китеү тураһында уйламаным да, баш тарттым, - ти үҙ еренең хужаһы Ғилметдин Ғәрәфетдин улы.
- Кейәүгә сыҡҡансы Стәрлетамаҡта икмәк заводында эшләй инем, килен булып төшкәс ҡап һуҡтым, һуңынан ауылдың пекарняһында мөдир булдым, ауыл халҡын күпереп бешкән тәмле икмәктәр менән тәьмин итә инем. Клубта мөдир булып эшләгән осорҙа байрамдарға ауыл халҡы менән спектаклдәр, концерттар әҙерләй инек. Ауылдаштар берҙәм, татыу булды - эштә лә, байрамдарҙа ла, өмәләрҙә лә күңелле була торғайны, - тип хәтерләй хеҙмәт ветераны Ғәрифә Хәйҙәрова.
Өйләнешкәс йәштәр яңы йорт һалып сығып, тырышып донъя көтәләр. Йорт хужаһы кисен һырлап өҫтәлдәр эшләй, баҡса тултырып ҡыяр, һуған үҫтерәләр. Шулай итеп өҫтәмә килем алалар. Уға донъя кәрәк-ярағы, малтыуар алалар. Хәйҙәровтар биш бала тәрбиәләп үҫтереп, уларға юғары белем биреп, үҙ аллы тормош юлына баҫтыра.
- Аталары, етәксе булғас, күберәк хөкүмәт эшендә йөрөнө, - ти иренең терәк-таянысы, кәңәшсеһе, ярҙамсыһы булған Ғәрифә Ишбулды ҡыҙы. - Шуға балаларыбыҙ ҙа йорт хужалығында бар эште лә башҡарып үҫте.
Улар әле лә, оло йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, умарта тота. 2019 йылда Канадала үткәрелгән халыҡ-ара “Апимондия” күргәҙмәһендә Хәйҙәровтарҙың балы хатта көмөш миҙалға эйә була!
- Ваҡытында илленән артыҡ умарта була торғайны, ауырыу сығып, барыһы ла үлеп бөткән йылы ла булды, урмандан ҡырағай ҡорт тотоп, яңынан үрсетеп ебәрҙем, уныһы үҙе бер тарих инде, - тип хәтирәләргә бирелә Ғилметдин Ғәрәфетдин улы.
Бөгөнгө көндә балаларының, 13 ейән-ейәнсәренең, 7 бүлә-бүләсәренең ҡәҙер-хөрмәтен күреп, аҡыллы кәңәштәрен биреп, алты тиҫтә йылдан артыҡ ҡулға-ҡул тотоноп, иңгә-иң терәп йәшәгән Ғәрифә менән Ғилметдин Хәйҙәровтар күңел тыныслығында, бер-береһен ҡәҙерләп ғүмер итә.
Фото ғаилә архивынан