Кистән стакандың дүрттән бер өлөшөнә һыу ҡойоп, 5 гр (өймәләмә итмәй генә 2 балғалаҡ) желатинды һалығыҙ. Унан өҫтөн ҡаплап ултыртып тороғоҙ. Иртәнсәккә ул бүртеп, желеға әйләнгән була.
Иртәнсәк был иҙмәне ас ҡарынға эсегеҙ. Әгәр тәме оҡшамаһа, уға һут, бал, йогурт йәки ҡаймаҡ ҡушып болғата алаһығыҙ.
Ошо рәүешле кәм тигәндә 7 көн ҡабатлағыҙ.
Тулы дауаланыу курсы 1 ай.
Был дауаланыу ысулын 6 айға бер тапҡыр ғына ҡабатларға була.
Һау-сәләмәт булығыҙ!
Халыҡ медицинаһы рецепттарын ҡулланғанда, табип менән кәңәшләшеү мотлаҡ.
Фото «Кандински» программаһы ярҙамында эшләнде.