Алаҡай ауылы ҡатын-ҡыҙҙары ла ошо изге эшкә дәррәү ҡушылған. “Беҙ булмаһаҡ, кем?” ирекмәндәр ойошмаһы әлеге мәлдә “Атайсал” проекты сиктәрендә яугирҙарға маскировка селтәрҙәре әҙерләй.
- Беҙ һәр саҡ яугирҙарыбыҙ өсөн ныҡлы, ышаныслы тыл, уларҙың туғандарына, яҡындарына ҙур терәк буласаҡбыҙ, - тигән һүҙҙәр менән ҡаршы алды Бөйөк Еңеүҙең 79 йыллығын Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.
Алаҡайҙағы “Беҙ булмаһаҡ, кем?” ирекмәндәр ойошмаһын Зөбәржәт апай Насырова етәкләй.
- Махсус хәрби операция башланғандан алып үҙебеҙ йөн тетеп, эшкәртеп ойоҡбаштар бәйләнек, көнкүреш кәрәкяраҡтары, тәм-томдар һатып алдыҡ. Уҡыусы балалар менән блиндаж шәмдәре әҙерләнек, - тип ихлас уртаҡлашты Зөбәржәт Минеғол ҡыҙы. – Артабан маскировка селтәрҙәре үрә башланыҡ. Иң тәүге материалды һатып алып, 15 селтәр әҙерләнек.
Әлеге мәлдә Мәләүез ҡалаһынан “Йөрәк ҡушыуы буйынса” ирекмәндәр ойошмаһы Алаҡай ҡатын-ҡыҙҙарын материал менән тәьмин итә. Селтәрҙәрҙең төҫөн махсус хәрби операциялағы яугирҙарҙың һорауы буйынса һайлайҙар. “Беҙ булмаһаҡ, кем?” ирекмәндәре бөгөнгө көнгә барлығы 46 селтәр бәйләгән. Яңыраҡ снайпер өсөн “Шүрәле” костюмын әҙерләй башлағандар.
- Алаҡай халҡы ирекмәнлек эшендә ҙур әүҙемлек күрһәтте, ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар йәй буйы көн дә маскировка селтәрҙәре үрергә йөрөнө, - тип белдерҙе Ишембай районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Салауат Солтанморатов. – Яугирҙарға ярҙам күрһәтеү – шулай уҡ кесе Ватанға ярҙам күрһәтеү. Алаҡай ҡатын-ҡыҙҙарының ошо ирекмәнлек, бағыусылыҡ эшен “Атайсал” проекты сиктәрендә ойоштороуы бик хуп.
Фото Алаҡай мәҙәниәт йорто архивынан.