Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Сентябрь , 12:00

Иң мөһиме - балаларҙы яратыу

27 сентябрь – Тәрбиәселәр көнө

Иң мөһиме - балаларҙы яратыу
Иң мөһиме - балаларҙы яратыу

Йыл һайын илдә 27 сентябрҙә Тәрбиәселәр һәм мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә. Аҡ ҡағыҙҙай бала күңеленә тәүге аң-белемде һалып, уны оло тормош юлына әҙерләүселәр – тап ошо һөнәр эйәләре.

Үҙ эшенә ғашиҡ, унан бигерәк тәрбиәләнеүселәрен ихлас күңелдән яратҡан, күңелдәренә юл тапҡан ошондай педагогтарҙың береһе – «Аҡбуҙат» 12-се балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Вәсилә Хөсәйенова. Еңел булмаған һәм яуаплы эшенә оҙаҡ йылдар дауамында тоғро ҡалған кеше һирәк.

Вәсилә Нәғим ҡыҙы сығышы менән Ейәнсура районының Үтәғол ауылынан. 1999 йылда Стәрлетамаҡ педагогия институтының филология факультетын тамамлағас, 2000 йылда үҙ районының Байыш ауылында башҡорт теле уҡытыусыһы булып эш башлай. Бер нисә йылдан уның ғаиләһе тәүҙә Салауат ҡалаһына, артабан Ишембайға күсеп килә. Вәсилә Нәғим ҡыҙы ҡалабыҙҙа төпләнеп, 2012 йылда «Аҡбуҙат» балалар баҡсаһына эшкә урынлаша.

- Улым тыуғас, бергә йөрөргә уңайлы булһын, тип балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй башланым. Мәктәпкә уҡытырға кире ҡайтманым, үҙ урынымды «Аҡбуҙат»та таптым, - тип һүҙ башланы Вәсилә Нәғим ҡыҙы. – Тәрбиәсе эше, тәү сиратта, һөйөү талап иткән хеҙмәт. Шулай уҡ сабырлыҡ, көс, дәрт кеүек сифаттарҙың булыуы ла мөһим. Ҡайһы ваҡыт балаға әсәй һымаҡ, ә ҡайһы саҡта дуҫ кеүек булырға ла тура килә. Шул саҡта ғына кескәйҙәр менән уртаҡ тел табырға мөмкин.

2018 йылда Вәсилә Хөсәйенова тәрбиәсе һөнәре буйынса ҡайтанан әҙерлек үтә. Ошо йылдар эсендәге хеҙмәте өсөн мәғариф идаралығының Маҡтау ҡағыҙы, муниципаль район хакимиәтенең Рәхмәт хаты менән бүләкләнгән. 2018 йылда Ә.Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернаты үткәргән «Йондоҙҙар парады» конкурсында йыл тәрбиәсеһе булып таныла. Тәрбиәләнеүселәре менән ҡаланың, муниципаль райондың барлыҡ конкурстарында, мәҙәни сараларында, тикшеренеү эштәрендә әүҙем ҡатнашып тора.

- Балалар менән республика кимәлендә үткән сараларҙа ла ҡатнашҡаныбыҙ бар. Мәҫәлән, 2022 йылда Ю.Гагарин исемендәге кубокка олимпиадала тәрбиәләнеүсем Булат Ғәлин менән Ишембай ҡалаһы исеменән Өфөлә сығыш яһап, өсөнсө урын яуланыҡ. Был хәл беҙҙең балалар баҡсаһы өсөн оло мәртәбә булды, - тип иҫләй Вәсилә Нәғим ҡыҙы.

Дөйөм педагогия стажы 24 йыл булған Вәсилә Хөсәйенова әлеге мәлдә уртансы төркөм балаларын тәрбиәләй. Тәрбиәселәр көнө уңайынан уға һәм коллективына эш бәхете, уңыштар теләп ҡалабыҙ.


Фото Вәсилә ХӨСӘЙЕНОВА архивынан.

Иң мөһиме - балаларҙы яратыу
Иң мөһиме - балаларҙы яратыу
Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас: